+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 11:51

Күл тамсынан йыйыла

Үткән шишәмбелә район мәҙәниәт һарайында музыка ҡоралдары оҫтаһы Алик Степановҡа ярҙам йөҙөнән ойошторолған Хәйриә концерты булып үтте. Шундай матур концерт әҙерләгән ойоштороусыларға, һәр сығыш яһаусыға, ваҡыт табып килгән тамашасыларға рәхмәт әйтеп, “Изгелек ерҙә ятып ҡалмай” тигән мәҡәлде еткерге килә.

Бала өсөн уйланып, өҙгөләнгән әсә – Әлфиә Степанованың йырлауын һәр кем һоҡланып тыңланы. Хоҙай уның үҙенә лә көс-ҡеүәт, һаулыҡ биреп, ошо ауырлыҡтарҙы йырып сығырға яҙһын.

Аликка әле сит өлкәлә йәшәп, ағзаларҙы күсереп ултыртыу буйынса ҡатмарлы операция үткәреп, дауаланыу өсөн күп сығымдар кәрәк буласаҡ. Күл тамсынан йыйыла, тигәндәй, кемдеңдер бәләкәй генә ярҙамы ла уның һауығыуына ҙур этәргес булыуын һәр кем аңлайҙыр. Талантлы музыкант, Сәйетбаба ауылы егете Аликка, әйҙәгеҙ, ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Мөмкинселеге булғандар, кем күпме булдыра ала Һаҡлыҡ банкы аша 4817760081325270 номеры буйынса ярҙам итә ала.


Читайте нас: