+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 11:40

Лидерлыҡты йәнә раҫланылар “Красноусол” шифаханаһы “Шифахана” Бөтә Рәсәй форумында бер юлы ете юғары наградаға лайыҡ булды

21-23 майҙа Ҡырым Республикаһы Алушта ҡалаһының “Ривьера Санрайз” курорт комплексы базаһында уҙған “Халыҡ сәләмәтлеген һаҡлауҙа һәм тергеҙеүҙә Рәсәй курорттарының стратегик әһәмиәте” XIX Халыҡ-ара фәнни конгресы өс меңдән ашыу белгесте үҙенә йыйҙы.

Форум сиктәрендә 60-тан ашыу түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар ойошторолдо. Маркетинг секцияһы ла үҙ эшен дауам итте. Иң шәп маркетологтар, бизнес-тренерҙар һәм бренд-менеджерҙар ҡыҙыҡлы һәм төрлө программа әҙерләгән, был унда ҡатнашыусылар өсөн яңылыҡтар менән танышыуға, яңы файҙалы бәйләнештәр булдырыуға ярҙам итте.

“Красноусол” шифаханаһы йылдың-йылы төрлө номинацияларҙа алтын миҙалдар яулап, бындай масштаблы сараның даими ҡатнашыусыһы булып тора. Быйылғыһында ла күргәҙмә йомғаҡтары буйынса беҙҙең шифаханабыҙ бишенсе тапҡыр “Иң яҡшы шифахана” исеменә лайыҡ булып, шифахана-курорт тармағында лидерлыҡ статусын йәнә иҫбатланы.

Шифахана директоры, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, РФ-ның атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, медицина фәндәре докторы Фаяз Харис улы Мәжитов илебеҙ шифаханалары директорҙары араһында “Иң яҡшы етәксе” булып танылды һәм “Курорт эшенә бирелгәнлек өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Шулай уҡ “Журналистика” номинацияһында шифахананың реклама-мәғлүмәт хеҙмәте белгестәре А.Мальгаждаров һәм А.Байгилдиндың фотопроекттары I һәм II Дәрәжә дипломдар менән баһаланды.

Шифахананың халыҡ бейеүҙәре коллективы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырылманы, иң һәйбәт театрлаштырылған тамаша дипломына лайыҡ булдылар.

Йәнә бер мөһим бүләк – шифахананың 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан Милли Шифаханалар Ассоциацияһы махсус алтын миҙал тапшырҙы.

Был лайыҡлы наградалар уңышлы етәкселек итеүҙең һәм бөтөн шифахана коллективының һөнәри оҫталығын сағылдыра.


Читайте нас: