+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 11:47

Нева ярҙарын шаулаттылар

Илшат Хәтим улы Хәбибуллин етәкселегендәге “Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле Рәсәйҙең мәҙәни үҙәге Санкт-Петербургтан еңеү менән әйләнеп ҡайтты. 29 майҙан 7 июнгә тиклем ансамблдең 24 бейеүсеһе (9-10 йәшлектәр) “Невалағы әкиәт” хореографик конкурс-фестивалендә ҡатнашты. Фестивалдә Татарстан, Белорус Республикаларынан, Сахалин, Пенза, Брянск, Владимир өлкәләренән, Санкт-Петербург, Төмән, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 700-ҙән ашыу баланы берләштергән бейеү коллективтары сығыш яһаны.

Конкурс-фестивалдең жюриһы араһында Рәсәйҙең халыҡ артисы, “Алтын битлек” милли театрҙар премияһы лауреаты Мәскәү дәүләт хореография академияһы ректоры ярҙамсыһы А.Галичанин, балетмейстр, юғары категория-лы педагог, “BRAVO” музыкаль театрының художество етәксеһе У.Костина, Санкт-Петербург мәҙәниәт институтының өлкән уҡытыусыһы, “Балетмейстр” номинацияһында Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты А.Ситникова һәм башҡалар бар ине.

Жюри хөкөмөнә эстрада, классик, халыҡ һәм стилләштерелгән жанрҙар буйынса 92 бейеү тәҡдим ителде. Конкурс һуңында бөтөн коллективтарҙың етәкселәре “түңәрәк өҫтәл” артында фекер алышты, бейеүҙәрҙе уртаға һалып тикшерҙе. Унда жюри рәйесе етәксебеҙ Илшат Хәбибуллинға һәләтле балалар өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һәм ансамблдең солисы Илшат Ҡотовҡа Мәскәү дәүләт хореография академияһына уҡырға инергә тәҡдим итте. Йомғаҡ яһалғандан һуң, Гала-концертҡа 92 сығыш араһынан иң яҡшы 7-һе һайлап алынды. Иң-иңдәр араһында беҙҙең коллективтың да булыуына шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Ансамбль “Урал хазинаһы” милли стилләштерелгән башҡорт бейеүе менән уңышлы сығыш яһап, I Дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Өҫтәлмә “Көндәштәр” татар бейеүе менән III Дәрәжә дипломға эйә булдылар.

Фестиваль юғары кимәлдә үтте. Уны ойоштороусылар конкурстан тыш балаларға күңел асыу саралары ла ойошторҙо. Балаларға бигерәк тә экскурсия программалары (Петергоф, Эрмитаж, Океанариум), шулай уҡ пароходта Санкт-Петербург ҡалаһының иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

“Быҙыбыт” ансамбле ҡайтырға юлланыр алдынан төрлө илдәрҙән килгән туристар алдында сығыш яһап, көслө алҡыштарға күмелде. Ә ҡайтҡас иһә балаларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов 1-се урын яулауҙары менән ҡотланы һәм яңы костюмдар һатып алыуға матди ярҙам күрһәтте.

Коллективтың бөтөн ата-әсәләренә, бигерәк тә балаларҙы йөрөтөп алып ҡайтыусыларға, оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Матди ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙар Гөлшат Вәлийән ҡыҙы Ҡаҙаҡҡоловаға, Регина Рәфҡәт ҡыҙы Кәримоваға, шулай уҡ транспорт биргән район мәҙәниәт бүлеге етәкселегенә рәхмәтлебеҙ.

Балаларыбыҙҙы Санкт-Петербург ҡалаһында матур итеп, ойошҡан рәүештә йөрөтөп алып ҡайтҡаны, хәстәрлеге өсөн айырыуса “Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Илшат Хәтим улы Хәбибуллинға сикһеҙ рәхмәт. Ныҡлы һаулыҡ, көс һәм түҙемлек, шулай уҡ яңынан-яңы еңеүҙәр һеҙгә!

“Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамбленең
уртансылар төркөмө ата-әсәләр комитеты.
Читайте нас: