-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 11:33

Тауыш биреү бер сәғәткә иртәрәк башлана

8 сентябрҙә Республика Башлығын һайлауҙар үтәсәк. 18 июндә республика, шулай уҡ район киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре, журналистары, Территориаль һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында һайлауҙы әҙерләү һәм уҙғарыу мәсьәләләренә арналған видеосеминар-кәңәшмә уҙҙы. Уны республика Үҙәк һайлау комиссияһының элемтә һәм мәғлүмәт бүлеге мөдире Ришат Рауил улы Лоҡманов алып барҙы.

Кәңәшмәлә Һайлауҙар тураһында ҡануниәттең төп талаптары, киң мәғлүмәт сараларында һайлауға әҙерлек барышын яҡтыртыу, кандидаттарға баҫма майҙан биреү һәм башҡа мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде.

Сараны алып барыусы иң башта киң мәғлүмәт сараларында Республика Башлығын һайлау алды агитацияһының 10 августа башланып, 6 сентябрҙә 24.00 сәғәткәсә дауам итеүен билдәләп үтте. Һәм ошо көндән Берҙәм тауыш биреү көнөнә тиклем бер ниндәй ҙә агитация, шул иҫәптән матбуғат баҫмаларында ла, булырға тейеш түгел, йәғни тынлыҡ иғлан ителә. Теркәлгән кандидаттар киң мәғлүмәт саралары аша һайлау алды агитацияһы уҙғарыу хоҡуғына эйә. Уларға элеккесә дәүләт киң мәғлүмәт саралары бушлай ҙа, түләүле лә баҫма майҙан бирергә тейеш. Матбуғат баҫмалары 30 июнгә тиклем теркәлгән кандидаттарға агитация материалдарын урынлаштырыуға баҫма майҙан биреүгә әҙер булыу хаҡында белдерә.

Кәңәшмәне алып барыусы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәренә журналистарға аккредитацияға документтар тапшырып, карточкаларҙы сағыштырмаса тынысыраҡ ваҡытта, 10 июлгә тиклем алыуҙарын һораны. Документтарҙы электрон юл менән тапшырып, килеп алырға ғына кәрәк буласаҡ, урындағы Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе аша ла алдырырға мөмкин.

25 июлдән дә ҡалмай Территориаль һайлау комиссияһы кандидаттарға баҫма майҙан биреү буйынса йәрәбә уҙғара. Ә 3 сентябрҙән 8-енә тиклем материалдар баҫыу, йәмәғәтселектең фекерен белешеү, һорау алыу, һайлау һөҙөмтәләре торошон билдәләү, һайлау менән бәйле теркәүҙәр тыйыла. 8 сентябрҙә Берҙәм һайлау көнөндә республика биләмәһендә тауыш биреү тамамланмай тороп һайлау мәғлүмәттәрен Интернетҡа һалырға ярамай. Һайлауҙың быйылғыһында үҙгәрештәр бар: участка һайлау комиссиялары ишектәре бер сәғәткә иртәрәк - иртәнге 7.00 сәғәттә асылып, элеккегә ҡарағанда бер сәғәткә һуңыраҡ, йәғни 21.00 сәғәттә ябыласаҡ.

Шуны әйтергә кәрәк, һайлауҙарҙы матбуғат биттәрендә яҡтыртыу йәһәтенән ҡануниәттә үҙгәрештәр юҡ. Матбуғат баҫмалары 18 сентябрҙән дә ҡалмай теркәлгән кандидаттарға агитация материалдарына күпме баҫма майҙан бирелеү иҫәбе буйынса отчет бирергә тейеш.

Кандидат үҙенең агитация материалын гәзит нәшер ителгән телдә тәҡдим итергә тейеш. Күп ваҡыт матбуғат хеҙмәткәрҙәре ошондай һорау менән мөрәжәғәт итә: кандидаттың агитация материалында дөрөҫлөккә тап килмәгән факттар була. Әммә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө өсөн редакция яуаплылыҡ тотмай. Шуға ла бер нигә ҡарамай, нисек бар, шулай баҫырға кәрәк.

Актуаль мәсьәлә булып һайлау кампанияһы барышында кандидаттарҙың тиңлеген тәьмин итеү тора. Теркәлгән кандидаттарҙың һайлау алды программаһы материалдарын гәзит битендә айырым мәғлүмәт блогы булдырып, ошонда ғына урынлаштырырға кәрәк. Блокта комментарийһыҙ ғына ҡоро мәғлүмәт бирергә мөмкин, бары тик һайлаусыға кандидаттың һайлау алды саралары уҙғарыуы хаҡында мәғлүмәт кенә еткерелергә тейеш. Бында агитация саҡырыуҙары булырға те-йеш түгел.

“Үҙәк һайлау комиссияһы менән берлектә дәүләт гәзиттәре баҫма биттәрендә һайлауҙар үтеүе хаҡында аңлатырға, мәғлүмәтте, яңылыҡтарҙы, үҙгәрештәрҙе халыҡҡа үҙ ваҡытында еткереп, мөмкин тиклем ҡыҙыҡһындырып, кешеләрҙең 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килеп, тауыш биреүҙәрен тәьмин итергә тырышырға бурыслыбыҙ”, - тине Ришат Рауил улы.

Һайлаусыларҙы һайлауҙарға ҡағылышлы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса республика Үҙәк, Территориаль һайлау комиссиялары “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторасаҡ. Ул тауыш биреү көнөнә ике аҙна ҡалғас, урындағы дәүләт матбуғат баҫмалары базаһында уҙғарыласаҡ. Әлеге мәлдә республика Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй, күп каналлы линия телефонының номеры: 8-800-347-54-54. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы 5 июндә “Бөтәгеҙ ҙә һайлауға!” тигән һүрәттәр, плакаттар конкурсы иғлан иткән. Ул 5 июлгәсә дауам итәсәк, теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

8 сентябрҙә Республика Башлығын һәм урындағы вәкәләтле органдарға депутаттар һайлау хаҡында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү эшен әүҙемләштерергә кәрәк, тигән теләктә тамамланды кәңәшмә.


Читайте нас: