+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 11:59

Утлы йылдарҙа сыныҡҡан уҡытыусылар1

Мәрйәм Ғиниәт ҡыҙы Буранғолова Ҡауарҙы ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ныҡышмал, уҡыуға һәләтле ҡыҙ һөнәрен уҡытыусы хеҙмәтенә бағышлай. 1938 йылда Өфөлә Сит телдәр институтының немец теле факультетына уҡырға инә. Институтты уңышлы тамамлағас, 1941 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына уҡытырға эшкә ебәрелә.

Химия, биология, немец теленән уҡыта һәм мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

1942 йылдың май айында Бөрйән районы хәрби комиссариатына үҙ теләге менән фронтҡа ебәреүҙәрен һорап бара. 1942-1944 йылдарҙа 41-се Авиация дивизияһының 242-се часында хеҙмәт итә. Немец телен яҡшы белгән Мәрйәмде тәржемәсе булараҡ “тел” алырға һуғыштың ҡаты барған ерҙәренә ебәрәләр. Сталинградҡа, Севастополгә самолеттан парашют менән төшөрәләр. 1944 йылдың аҙағында яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн 20 көнгә ял бирәләр. Ул Сәйетбаба ауылына бер туған апаһы Гөлсөм Ғиниәт ҡыҙы Мансуроваға (Буранғолова) ҡайтып төшә. Ошо ваҡытта уҡытыусыларҙы һуғышҡа алмаҫҡа тигән ҡарар сыға һәм Мәрйәм Ғиниәт ҡыҙы Сәйетбаба урта мәктәбенә немец теле уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. Ул шулай уҡ Мораҙ, Ҡаранйылға ауылдарында ла уҡыта. Һуғыш ғазаптарын кисереп, яу юлдарын үткән һәм һуғышта алған яраларҙан Мәрйәм апай 3 балаһын етем ҡалдырып фанилыҡҡа күсә. Улын һәм 6 айлыҡ ҡына кесе ҡыҙын Гөлсөм апаһы, уртансы ҡыҙын Ерек ауылында йәшәгән Маһурый апаһы тәрбиәгә ала. Гөлсөм апай үҙенең 2 балаһын, энеһе Айҙар Буранғоловты һәм үкһеҙ етем ҡалған, ата-әсәһе аслыҡтан үлгән Сафия исемле ҡыҙҙы ла тәрбиәләп үҫтерә.

Оло йөрәкле, сабыр, мәрхәмәтле уҡытыусы-тәрбиәсе Гөлсөм Ғиниәт ҡыҙы 96 йәшендә донъя ҡуя. Ә Мәрйәм Буранғолованың исеме Сәйетбаба ауылы уртаһындағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған обелиск-та мемориаль таҡтаға яҙып ҡуйылған. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!

Нәсиха Фәхретдин ҡыҙы Фәйзуллина (Шәрипова) 1928 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған. 1944 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, мәктәптә өлкән пионервожатый булып эшләй. Стәрлетамаҡта педучилище тамамлай. 1944-1951 йылдарҙа мәктәптә география фәнен дә уҡыта.

Тормош иптәше Ғирфан Яҡуп улы Шәрипов хәрби кеше була. Улар Алыҫ Көнсығышҡа – Приморье крайы Уссури ҡалаһына йәшәргә китәләр. Унда Нәсиха Фәхри ҡыҙы һаңғырау-телһеҙҙәр интернатында эшләй. Бер йыл эшләгәс, Ғирфан Яҡуп улын эше буйынса Магадан өлкәһе Сусуман ҡалаһына күсерәләр. Унда Нәсиха Фәхри ҡыҙы балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй. Артабан Украинаға күсеп китәләр. Украинала Нәсиха Фәхри ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй. 1983 йылда пенсияға сыға. Украинала 19 йыл йәшәгәндән һуң Өфөгә күсеп ҡайталар. Тырыш хеҙмәте өсөн “За доблестный труд во время Великой Отечественной войны” миҙалы, Жуков миҙалы, Украина Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Нәсиха Фәхри ҡыҙы ҡайҙа эшләһә лә әүҙем йәмәғәтсе була. Сәйетбабала пионервожатый булып эшләгәндә уҡыусыларҙың һәм колхозсы йәштәрҙең комсомол секретары, местком рәйесе, магазинда йәмәғәтселек контроле рәйесе булып эшләй. Тынғыһыҙ, һәр эшкә яуаплы ҡараған Нәсиха Фәхри ҡыҙы фәһемле һәм өлгөлө ғүмер юлы үтте.

Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Сәйетбаба ауылы.

(Дауамы бар. Башы 50-се һанда).


Читайте нас: