+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 11:30

Бер күрешеү бер ғүмер ул ауыл урамдарында

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө Урта Үтәш (Ябалаҡ) ауылы халҡы күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр, йылы тәьҫораттары менән оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Был көндө йыраҡ араларҙы яҡын итеп, бер-береһен һағынып ҡайтҡан ауылдаштар, туғандар бергә йыйылып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ауылдаштар иҫтәлегенә төҙөлгән обелискыны асыу тантанаһында ҡатнашып, атай-олатайҙарын иҫкә алды, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында күңел асты. Ә ауыл ҡайтыусыларҙы матурланып, күркәмләнеп ҡаршы алды.

Килгән ҡунаҡтарҙы – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнованы ауыл осонда икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғас, ихаталары алдында һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл әҙерләгән ғаиләләр: Ғәбитов, Сәғитов, Кәримов, Нурдәүләтов, Мәһәҙиев, Шәйәхмәтов, Исмәғиловтар шәжәрәләре менән таныштырып, ризыҡтарынан ауыҙ иттерҙеләр.

Обелиск янындағы тантананы Гөлназ Ғәбитова менән Азат Кәримов йәнле итеп алып барҙы. Әйткәндәй, был күркәм, матур сараны башлап ойоштороусылар ҙа тап улар ине. Шулай уҡ Мәҡсүт Кинйәбаев һәм ауыл старостаһы Ирина Шәйәхмәтова ла башлап йөрөүселәр булған. Илфат Ғәлин Ҡөрьән аяттары уҡып, сараға фатиха бирҙе. Мәктәп уҡыусыһы Баязит Кәримовтың ҡурай моңо, Фәрзәнә Мәһәҙиева, Миңзилә Дауытованың шиғыры тантанаға йәм өҫтәне.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Фәнзил Сыңғыҙов, Зөфәр Хафизов, Фаил Зәйнетдинов сығышынан һуң яңы төҙөлгән обелиск өҫтөндәге япма асылды һәм яугирҙар исемлеге яҙылған һәйкәлгә йыйылыусылар сәскәләр һалды. Ҙур ҙа булмаған ошо ауылдан 53 кеше – 52 ир-егет, 1 ҡатын-ҡыҙ (Мәүә Ғәлиева) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Шуларҙың яртыһынан күбеһе яу яланында батырҙарса һәләк булған.

Ҡаһарман яугирҙар ғына түгел, ауылдың хәҙер инде мәрхүм булған абруйлы шәхестәренең рухтары ла ҡайтҡандай булды байрамға. Элекке “Ағиҙел” колхозының алдынғы водителе Сабирйән Кәримов, комбайнсылар Әхмәт Ниғмәтуллин, Рәхимйән Булатов, колхоздың данлыҡлы рәйесе Фәнил Кәримовты әле лә хөрмәтләп иҫкә ала яҡташтары.

Бөгөн иһә ата-бабалар йөҙөн ҡыҙартмай, гөрләтеп донъя көткән ғаиләләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, Әлфиә һәм Илдус Рәсүлевтар күп итеп мал аҫрай, тәртипле, тәрбиәле балалар үҫтерә. Ирина һәм Әлтәф Шәйәхмәтовтар, Роза һәм Радик, Лена һәм Рәшит Аҫылгәрәевтар һәм башҡалар тырышып донъя көтә.

Тантаналы өлөштән һуң байрам сәхнә эргәһендә дауам итте. Бында Шәйәхмәтовтар менән Кәримовтар тирмә ҡороп аш-һыу әҙерләгәйне. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова ауыл халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, сараны ойоштороусыларға, әҙерлек эштәрендә иң әүҙем ҡатнашҡандарға бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ауылдың иң оло кешеләре Вәсилә менән Нурулла Алмаҡаевтар, 50 йылдан ашыу бергә ғүмер итеүсе Рима һәм Рәсүл Сәғитовтар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Фаил Зәйнетдинов сараны ойоштороусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының грамоталарын тапшырҙы. Республика Милли архивының бүлек мөдире Зөфәр Ғәтиәтуллин тарихҡа бәйләп сығыш яһаны.

Байрам күрше Үзбәк һәм Еҙем-Ҡаран ауылы ағинәйҙәре, һәүәҫкәр артистарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән аралашып барҙы, шиғыр һөйләүселәр, йыр-моң, бейеү һәләттәрен күрһәтеүселәр ҙә булды. Ситтә йәшәгән ауылдаштар ғына түгел, күрше-тирә ауылдарҙан да ҡунаҡтар күп килгәйне. Ябалаҡ ауылы тарихын өйрәнеп, “Табын” гәзите аша яҡтыртҡан һәүәҫкәр тарихсы Һаҙый Юлмөхәмәтов, район Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина ла ситтә ҡалмаған.

Байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Ошо сараны уҙғарыуға фатихаһын биреп ярҙам иткән район хакимиәтенә, ҙур тырышлыҡ һалған Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәтенә һәм, әлбиттә, ойоштороуҙы хәстәрләгән ауылдаштарға ҙур рәхмәтле булып, яңынан осрашырға яҙһын, тип таралышты халыҡ.

Фәрғәт ҒӘЛИН.
Читайте нас: