+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 11:10

Ғилемле егет

Ғорурланырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ йәштәребеҙ бар. Һүрәттәге был маһир егет - Красноусол ауылынан Илнар Вахитов – тап шундайҙарҙан. Красноусолдағы 3-сө урта мәктәпкә уҡырға төшөп, 7-се класҡа тиклем бында белем ала. Артабан уҡыуын Стәрлетамаҡтағы 3-сө һанлы башҡорт лицей-интернатында дауам итә һәм быйыл уны алтын миҙалға тамамлай. Илнар үҙенә башланғыс кластарҙа төплө белем биргән беренсе уҡытыусыһы Н.В.Козловаға һәм лицей педагогтарына рәхмәтле.

Илнар бигерәк тә география, биология, химия фәндәрен үҙ итә. 1-се кластан алып отличник була. Рус теленән дә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Маҡсатына ирешеүсән егет лицей ғорурлығы була. 7-се кластан алып экология, география, биология фәндәре буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, үҙе уҡыған лицей данын төбәк, республика, Бөтә Рәсәй кимәлендә яҡлап, уңыштары менән һөйөндөрә. Ҡыҫҡаһы, билдәле олимпиадасы була. Яҡшы уҡығаны, айырым фәндәрҙән юғары уңыштарға өлгәшкәне, лицей тормошонда әүҙемлеге өсөн Илнар Вахитовтың исеме лицейҙың “Һәләтле балалар” йыйынтығына индерелә. Уҡыу алдынғыһы бер нисә тапҡыр республика Президенты стипендиаты була. Өс балалы Әлфинур менән Илдар Вахитовтарҙың ғаиләһендә баш бала булған Илнар ата-әсәһенең, туғандарының ғорурлығы.

Илнар Илдар улы Берҙәм дәүләт имтихандарында дөйөм 286 балл йыйыуға өлгәшкән. Ә олимпиада һөҙөмтәһе буйынса ул Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетына имтиханһыҙ инеү хоҡуғын алған. Әммә Илнарҙың бар теләге табип булыу – Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеү. Ҡыҫҡаһы, ғилемле, ныҡышмал, үҙ маҡсатына ирешеүсән был егеттең хыялдары тормошҡа ашыр. Уңыштар һиңә, Илнар!


Читайте нас: