+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 11:50

Көлөп торһон йортобоҙ

Тәртип, таҙалыҡ ишек төбөнән башлана, тигәндәй, быға тиклем күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр подъездарҙың ташландыҡ хәлдә булыуы тураһында төрлө ерҙәргә мөрәжәғәт итһәләр ҙә, боҙ урынынан ҡуҙғалманы. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был йүнәлешкә иғтибарҙы ныҡлы йүнәлтеп, яҙ етер-етмәҫтән бөтә ерҙә планлы эш башланды.

Подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһының беренсе этабы сиктәрендә районда 4 күп фатирлы йорттоң 12 подъезында ремонт үтергә тейешлеге билдәле. Унда ағас тәҙрәләрҙе пластикка алыштырыу, иҙәндәрҙе ремонтлау, баҫҡыс тотҡостары, инеү урыны, һылау-ағартыу (штукатур-маляр), электр үткәргестәрен рәтләү, почта йәшниктәрен алыштырыу кеүек эштәр ҡаралған. Ремонтҡа әҙерлек алдынан дөйөм йыйылыштарҙа был йорттарҙа йәшәүселәр эш төрҙәрен билдәләп, стеналарҙы буяу өсөн төҫөн һайлап, шулай уҡ эштең барышы һәм эш тамамланғас ҡабул итеп алыу өсөн идара итеүсе лә һайлап ҡуйғандар.

Ошо эштең районда нисек барыуы тураһында ныҡлабыраҡ танышыу маҡсатында Фрунзе урамындағы 35/1-се йортҡа йүнәлдек.

Эш өсөн кәрәк-яраҡ материалдар ишек төбөнән үк теҙелеп киткән. Стенаның элекке буяу ҡатламы аҡтарылып, Раевка ҡыҙы Илмира Садиҡова һылап йөрөй. Уның тигеҙ, еңел, матур эшләүенә күҙ эйәрмәй. Был эштә хәҙер 12 йыл эшләгәнлектән тәжрибәһе лә етерлек. Ә инде Петрос Петросян уның артынан шыйыҡ обой ҡатламы ҡалдырып бара. Үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ киткес матурлыҡ тыуҙыра. Бында эш ҡыҙыу һәм тейешенсә барғанлығы күренеп тора. Тәҙрә, ишек яңы. Күҙ йөрөтөп сыҡҡас, оҫталарға ҡамасаулап тормаҫ өсөн уларға эш еңеллеге теләп, шым ғына сығып киттек.

Әлеге көндә “СтройСервисМонтаж” идаралығы компанияһы өс күп фатирлы: К.Маркс урамы, 20, Фрунзе урамы, 35/1 һәм Блюхер урамы, 7/2-се йорттарының ун подъезын ремонтлай. Эште ноябрь башына тамамларға уйлайҙар. Бөтә ерҙә лә эштәр Фрунзе урамындағы кеүек барһа, йорттар ҙа йәмләнер, халыҡ та ҡәнәғәт ҡалыр. Матурлыҡҡа кем ҡаршы килһен, тик бысратмаһындар ғына.


Читайте нас: