+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 11:15

Оло ҡорға йыйыла башҡорттар

28-29 июндә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.Ҙур йыйын алдынан быға тиклем үткән ҡоролтайҙар тарихына күҙ һалып үтәйек.

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1-2 июнендә Өфө ҡалаһында үтә. Башҡортостандың һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай барышында 10 секция эшләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты һәм уның рәйесе итеп яҡташыбыҙ, БР Фәндәр академияһы академигы, археолог Нияз Мәжитов һайлап ҡуйыла.

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә Өфөлә үтә. Уның эшендә республика, ил төбәктәренән, 19 сит илдән 800-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. 12 секцияла республиканың дәүләт органдарына милли сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм рес-публика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелә.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфөлә үтә. Унда Башҡортостандан, Рәсәйҙең 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән АҠШ, Бразилия, Германия, Израиль, Италия, Канада, Төркиә, Япония һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша.

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2015 йылдың ноябрендә Өфөлә уҙғарыла. Ҡоролтайҙың эшендә 400 делегат ҡатнаша. Сара барышында 7 секция эшләй.

28-29 июндә Башҡортостан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡабул итә. Йыйын Өфөлә һәм Ишембай районында, бөтә донъяға билдәле шиханыбыҙ Торатау янында үтәсәк. Рәсәй төбәктәренән - 157, сит илдәрҙән 58 делегат саҡырылған. Башҡортостандың район-ҡалаларынан 295 кеше делегат итеп һайланды.

Райондан ҡоролтай эшендә район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ғафури табындары ойошмаһының идара рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, шәхси эшҡыуар, әүҙем йәмәғәтсе Хәннән Ишмырҙин, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенән Ғафури йәштәре ойошмаһы ағзаһы Илмир Мөхәмәтйәнов ҡатнаша. Ҡоролтайҙың үҙенсәлеге шунда – секция ултырыштары ябай һөйләшеүгә һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, делегаттар милләт киләсәген күҙаллаған өр-яңы проекттар, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйәсәк.


Читайте нас: