-Йәштәр беҙҙең киләсәгебеҙ генә түгел, йәштәр – беҙҙең бөгөнгөбөҙ ҙә. Сөнки тап йәштәр йәмғиәтебеҙҙең иң әүҙем, инициативалы өлөшө. Улар заман менән бергә атлай, үҙен белем алыуға һәм хеҙмәткә бағышлай, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә.
Районыбыҙҙа йәштәр сәйәсәте - социаль сәйәсәттең иң мөһим йүнәлештәренең береһе ул. Бөгөн районда 5 меңдән ашыу йәш кеше йәшәй. Төп маҡсатыбыҙ – йәштәрҙең проблемаларын хәл итеү, уларға йәмғиәттә үҙ урынын табырға ярҙам күрһәтеү. Беҙ райондың барлыҡ учреждениелары менән берлектә эшләйбеҙ. Ижади һәм һәләтле йәштәрҙе үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, йәштәр мөхитендә ғаиләләрҙең ыңғай өлгөләрен формалаштырыуға, экологик тәрбиәгә ныҡлы иғтибар бирәбеҙ. Мәктәптәр һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары төҙөкләндереү акцияларында, экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Йәштәр менән эшләү, яңы йүнәлештәр табыу һәм уларҙы үҫтереү “2018 – 2021 йылдарға Ғафури районында йәштәр сәйәсәте үҫеше” район маҡсатлы программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, бәлиғ булмағандар араһында профилактика эштәре алып барыу буйынса төрлө программалар менән эшләйбеҙ.
Районда 2018 йылда йәштәр өсөн 70-тән ашыу сара үткәрелгән. Йөҙҙән ашыу йәш кешене йыйған “Еләҫ ел” йәштәр форумы ҙур популярлыҡ яулай. Йылдың-йылы уҙғарылған “Призывник көнө”, “Үлемһеҙ полк”, “Хәтер шәме” һәм башҡа акцияларҙа, Еңеү көнөнә, Хәтер һәм ҡайғы көнөнә, Яугир-интернационалистар көнөнә арналған сараларҙа йәштәребеҙ әүҙемлек күрһәтә. Ирекмәндәр сафтары ла арта: улар ойошторған сараларҙа 3 меңдән ашыу йәш кеше ҡатнашҡан.
Районда йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу буйынса ҙур эштәр алып барыла. Һуңғы 9 йыл һыҙымында Ғафури йәштәре республиканың Ауыл спорт уйындарында иң яҡшылар рәтендә ҡала килә. 2018 йылда район командаһы 42 команда араһында 6-сы урынды яуланы. Күп спортсыларыбыҙ республика йыйылма командаһына ингән. Улар ағымдағы йылдың мартында Төмән ҡалаһында үткән IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы Ауыл спорт уйындарында республика командаһы составында 2-се урынға лайыҡ булдылар. Призывҡа тиклемге йәштәр спартакиадаһында районыбыҙ командаһы өсөнсө йыл рәттән 1-се урынды ала һәм ошо көндәрҙә Смоленск ҡалаһында Рәсәй йәштәр спартакиадаһы финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға килгәндә, күп эш биреүселәр йәш белгестәрҙе һөнәри стаждары булмауға һылтанып эшкә алып бармай. Һөҙөмтәлә, йәштәр ҡалаға күсеп китә. Был кире күренеште бөтөрөү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ. Районыбыҙҙа һәләтле, әүҙем йәштәр бик күп. Уларға үҙ уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыу, йәмғиәттең лайыҡлы ағзаһы булыу өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.
Һүҙемде йомғаҡлап, районыбыҙҙың барлыҡ йәштәрен Йәштәр көнө менән ҡотлайым. Йәштәргә әүҙем булыуҙарын, алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйем. Байрам менән, йәштәр!