+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 11:32

Яңғыҙҡайындар ауылдаштарына илһам, дәрт өләште

Йәй айы бергә осрашыу, күрешеү өсөн уңай мәл. Шәмбе көнө Яңғыҙҡайын ауылында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Был көндә байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар осрашты. Яҡташтарын күреп һөйләшеү, аралашыу ғына түгел, тирә-йүн тәбиғәтенә күҙ ташлап, ауыл буйлап йөрөп сығып хәтирәләр ҙә аҙ булманы был көндө.

Ҡунаҡтарҙы Батырҙар мемориалы алдында ҡаршы алып, яугирҙарға ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалынды, йыйылыусылар беҙгә матур тормош бүләк иткән батырҙарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.

Яңғыҙҡайын ауылы заман менән бергә атлай, үҫешә, нығына. Төрлө тарафтарҙа матур итеп донъя ҡорған, мәртәбәле урындарҙа эшләгән ауылдаштарын ҡаршылау өсөн әҙерлек эштәре әүҙем алып барылып, төҙөкләндерелеп, ауыл да байрам нуры сәсеп тора. Ауылды үтеп Егән йылғаһы аша сыҡҡас урынлашҡан күркәм Төпкүл яланында уҙҙы байрам. Еләҫлек биреп торған тирәктәр, салт аяҙ көн байрамды тағы ла йәмләне.

Был көндөң Хәтер һәм ҡайғы көнө булыуына ла ҙур иғтибар биргән яңғыҙҡайындар. Сәхнә янында һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙың фотолары бер төрлө итеп эшләтелеп ҡуйылып, матур итеп биҙәлгән. Теҙелеп киткән фотоларҙы ҡарап, әйтерһең, улар иҫән, һаман сафта баҫып торған кеүек. Йөҙйәшәр тирәктәр ҙә ошо ерҙә уйнап үҫкән егеттәрен яңынан күреүенә япраҡтарын болғап шатланды. Батырҙар иҫтәлегенә һалдат бутҡаһы ла бешерелгән ине. Шунда уҡ байрамға килеүселәр сәй, компот менән дә һыйланды.

Ауылдың социаль-иҡтисади үҫешенә күпләп мал-тыуар аҫраусылар, күп һанлы эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтар һәм Ленин исемендәге колхоз эшмәкәрлеге ҙур йоғонто яһай. Ишморатовтар, Ғафаровтар, Рамазановтар, Фәйзуллиндар 15-20-шәр баш һыйыр малы тотһа, Филүс Сабитовтың ғаиләһе 65 баш һарыҡ аҫрай. ШЭ Р.В.Мөьминов КФХ-һын һәм Ленин исемендәге колхозды Риф Мөьминов етәкләй. Икеһендә лә малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. ШЭ Р.Г.Ғафаров КФХ-һы малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм ағас быстырыу эштәрен башҡара. ШЭ М.З.Фәйезов икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары бешерә, кафе асҡандар. ШЭ З.Р.Садиҡова кондитер ризыҡтары етештерә. ШЭ Ғөбәйҙуллин иҫке сусҡа фермаһында ауыл туризмы өсөн база төҙөй. Киләсәктә унда балыҡ, ҡош-ҡорт, һыйыр малдары һәм урындағы тоҡомло бал ҡорттары үрсетергә иҫәп тота. Шәхси эшҡыуарҙар А.С.Лоғоманова, З.Ш.Тимерова, Н.В.Полякова һатыу менән шөғөлләнә. Яңғыҙҡайындарҙың ғорурланырлыҡ хеҙмәт кешеләре күп. Был байрамға ла улар уңған хеҙмәт батырҙарының фоторәсемдәренән күргәҙмә эшләп ҡуйғандар.

Алып барыусылар Резеда Мөьминова менән Рәүилә Мусина сараны асып, тәүге һүҙ ауылдың имам-хатибы Ишбулды хәҙрәткә бирелде. Ул әруахтар рухына аят уҡып, ил-көн именлеге, һәр береһенең баш-күҙ сәләмәтлеге, именлеге өсөн изге ниәттәрен еткерҙе.

Ауыл хакимиәте башлығы Ғаян Заһретдин улы Фәйезов ауыл байрамы менән ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын тәбрикләп, байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән кешеләргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Мәртәбәле ҡунаҡ - район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов байрам менән ҡотлап: “Киләсәктә лә ауыл төҙөклөгө, эшсән халҡы менән дан тотһон. Ауылды күтәреп, йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйем”, - тине һәм БР Башлығы Указына ярашлы республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Светлана Мансур ҡыҙы Рәхимоваға, Муса Хәмзә улы Сабитовҡа юбилей миҙалдары, шулай уҡ район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов исеменән урындағы дөйөм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәт ветерандары Флүр Шәһит улы Ҡаһармановҡа, Борис Шәрифулла улы Йомағоловҡа Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып үтте. Район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтов та яңғыҙҡайындарға изге теләктәрен еткереп, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Рим Ғәлекәйевты, Илшат Ниғмәтуллинды, Алик Мостафинды Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләп үтте.

Стәрленән ҡунаҡҡа ҡайтҡан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, ҡаланың 3-сө һанлы дауаханаһының юғары категориялы баш табибы Ришат Рауил улы Абдуллин Батырҙар мемориалын тәртиптә тотоуҙа һәр саҡ ярҙам иткән бер төркөм уҡыусы егеттәргә аҡсалата үҙ бүләген тапшырҙы.

Быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары ла сәхнә түренә саҡырылып, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылып, изге теләктәр юлланды.

Ғ.З.Фәйезов ауылдың иң өлкән кешеһе Иҙрис Вәлишинға, йәштәргә өлгө булып торған Рамазановтар ғаиләһенә, “Татыу ғаилә” – Хәсәновтарға бүләктәр бирҙе. Шулай уҡ ауылдың мәҙәниәт өлкәһендә әүҙем ҡатнашҡан Риф Бикбаевҡа БР Халыҡ ижады үҙәгенең, район мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау грамотаһын тапшырып үтте.

Байрамдың рәсми өлөшө тамамланғас, сәхнәне йыр-моң һөйөүселәр, бейеүселәр йәмләне. Яңғыҙҡайын ҡатын-ҡыҙҙары “Йырлайым тыуған яҡта” йыры менән музыкаль өлөшөн асһа, Стәрлетамаҡтан килгән йырсы Илсаф Ғәлимов моңло йырҙарын бүләк итеп кенә ҡалманы, барыһын да бейетеп тә алды. Мораҡ, Бурлы мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре, район мәҙәниәт һарайының “Хазина” төркөмөнөң сығыштарын да байрамдағылар яратып ҡараны.

Майҙан төрлө халыҡ уйындарынан гөрләп торҙо, балалар батут, өйөрөлмәктә уйнап кинәнде. Ауыш бағананан ололар ҙа буйлап ҡарарға сиратҡа баҫҡан ине. Һырғауылға менеп бүләк алып төшөргә йөрьәт итеүселәрҙе һәр кем ҡыҙыҡ күреп күҙәтте. Шунда уҡ сауҙа нөктәләре лә теҙелеп киткәйне.

Ауылдаштарға, класташтарға осрашырға, күрешергә форсат биргән ошондай күркәм байрам йылы, матур тойғолар ҡалдырып тиҙ генә үткән кеүек тойолдо. Был осрашыу күңелле, фәһемле ваҡиға булып хәтерҙә ҡалһын. Бөтәһе лә туғандарҙы, дуҫтарҙы берләштереп, күңелдәргә йәшәү дәрте өҫтәгән, яңы маҡсаттар тыуҙырған, матур тәьҫораттар ҡалдырған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан ҡәнәғәт булып таралышты.


Тарих биттәренән

Яңғыҙҡайын - Егән йылғаһы буйындағы Ҡармыш түбәһе башҡорттары ауылы. Ул XVIII быуаттың 30-сы йылдарында вотчинниктар тарафынан нигеҙләнә. 1795 йылда бында 35 башҡорт йәшәй. Яйлап ауыл күп милләтлегә әйләнә бара: 1747, 1749, 1804, 1811 йылдарҙа башҡорттар үҙ ауылына типтәрҙәрҙе индерә. XVIII быуат аҙағында үткән V ревизия материалдары буйынса уларҙың 21 хужалығында 78 ир һәм 55 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Шул осорҙа уҡ 12 йылға тип ауылға мишәрҙәр ҙә ҡабул ителә: 1795 йылда 13 йортта 35 ир, 25 ҡатын-ҡыҙ көн иткәне мәғлүм. 1747 йылда мишәрҙәрҙең бер өлөшө башҡорттарҙан үҙҙәренә ер һатып ала. XVIII быуат аҙағына уларҙың һаны (һатып алыусыларҙың) 98 кешегә етә. Улар 13 хужалыҡта йәшәй. XIX быуат урталарында ауылда ирҙәрҙән 168 башҡорт-вотчинник, вотчина хоҡуғын юғалтҡан 32 башҡорт типтәре, 540 татар типтәре йәшәгән. Һуңғыларында мишәрҙәр ҙә булған. Йорттар һаны 210-ға етә. 1897 йылда ауылда йәмғеһе 972 ир һәм 952 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Улар 354 йортта көн күргән. 1906 йылда 420 йортта 1258 ир, 1115 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 1920 йылда ирҙәр һаны 1420-гә еткән, ә ҡатын-ҡыҙҙар - 1567. 574 - йорттар һаны. 1920 йылда ауылдың этник бүленеше башҡорттар һәм типтәрҙәр тип алына башлай.
Башҡорттарҙан Әбделлаткар Кинйәғолов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
7-се башҡорт кантонының 9-сы йортона ҡараған Яңғыҙҡайын халҡы, нигеҙҙә, игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. 1842 йылда башҡорттар үҙҙәре генә 88 бот ужым игене һәм 408 бот яҙғы ашлыҡ сәскән. Беҙҙең быуат башына ауылдың икмәк һаҡлау магазины, лавкаһы, һыу тирмәне, биш бакалея һәм мануфактура лавкаһы булған. Ул йылдарҙа Ҡармыш волосының волость идаралығы ла ошо ауылда урынлашҡан, XIX быуаттың икенсе яртыһынан 2, XX быуат башынан 3 мәсет эшләгән.

Читайте нас: