+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 14:14

Олуғ шәхестәрҙең исеме мәңгеләштерелде

Үтәк – күренекле шәхестәре, шул уҡ ваҡытта мәҙрәсәһе менән алыҫтарға билдәле ауылдарҙың береһе. Үтәктәр төрки донъяһында киң билдәлелек яулаған олуғ шәхес - уҙған быуат баштарында тәрән мәғлүмәтле ҙур ғалим, атаҡлы дин әһеле һәм мәғрифәтсе Хәбибназар Мөхәмәткафи улы (Хәбибназар әл-Үтәки) Һатлыҡов менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Башҡорт халҡының бөйөк улы, Рәсәй федерализмына һәм Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалған Әхмәтзәки Вәлиди иһә Үтәк мәҙрәсәһендә Хәбибназар бабаһы (әсәһе Өмөлхаяттың бер туған ағаһы) ҡулында белем ала. Был шәхестәрҙең икеһе лә үтәктәр өсөн ҡәҙерле һәм яҡын. Үтәк ауылында халҡыбыҙҙың бөйөк улдарының исемдәрен мәңгеләштереү уңайынан таҡтаташ ҡуйылыуы ысынлап та уларға ҙур ихтирам һәм иғтибар билдәһе тураһында һөйләй.

Хәбибназар Һатлыҡовтың 155 йыллығына арналған Хәтер кисәһендә күренекле яҡташыбыҙ Ниязбай Сәлимов бик күп шәхестәрҙең остазы булған Хәбибназар әл-Үтәки менән бөйөк шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең икеһенә арнап Үтәктә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуын билдәләп, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы йылында асылһа, бик мөһим сараларҙың береһе булыр ине, тигәйне. Ниязбай Булатбай улының әйткәне юш килде, ниһайәт, урындағы халыҡ, ғөмүмән, күмәк көс менән тап ошо юбилей йылында һәм Бөтә донъя башҡорттарының V йыйыны алдынан, йәғни 26 июндә районыбыҙҙа тарихи ваҡиға булды - был олуғ шәхестәргә арналған таҡтаташ (барельеф) асылды.

Үтәк ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы янында урынлаштырылған таҡтаташ асыу тантанаһына йәмәғәтселек, шәхестәрҙең яҡын туғандары, ауылдаштары, мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Сарала ҡатнашыусылар башта ауыл зыяратындағы Хәбибназар әл-Үтәки ҡәберенә зыярат ҡылды.

Башҡортостан автономияһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы сиктәрендә уҙған таҡтаташ асыу сараһында тап уның инициаторы, ойоштороу комитеты рәйесе, филология фәндәре кандидаты, “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ниязбай Сәлимов, ра-йон Советы секретары Рәшит Монасипов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Әхмәтов, иҫтәлекле таҡтаташ проекты авторы, “хәрби-тарихи “Любизар” беренсе Башҡорт атлы полкы” клубы рәйесе Илдар Шәйәхмәтов, Ғафури районы Табын ырыуы башҡорттары ҡор башы Ғәлинур Ҡалмырҙин, Хәбибназар Һатлыҡовтың ейән-ейәнсәре – улы Әсҡәттең ул-ҡыҙы – Красноусолда йәшәүсе Наил Һатлыҡов, Стәрлетамаҡтан Наилә Шмыкова, хәҙрәттең ҡустыһы Ғабдрахман мәһдүмдең ейәнсәре – Рощинский ҡасабаһынан Гүзәлиә Латипова, хәҙрәттең ҡустыһы Тайып мулланың ейән-ейәнсәрҙәре Зәки Солтанов, Рәхилә Зөбәйерова (Үтәктә йәшәйҙәр), Рәүилә Климова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Дилүсә Зәйнетдинова (Салауат), Ә.Вәлидовтың бер туғаны Шәйәхмәттең ейәндәре Риф менән Фәрит Шәйәхмәтовтар (Өфө) һәм ейәнсәре Зәкиә Миңлеғолова, З.Вәлидиҙең һеңлеһенең ҡыҙы Нурия Килмөхәмәтова һәм башҡалар ҡатнашты.

Сараны асып, Үтәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрит Бохаров тантанала ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Үтәк ауылының тарихи музейы директоры Рауил Раҡаев шәхестәр хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Үтәк ауылы мәхәлләһе имам-хатибы Әнүәр Арыҫланов сараға фатиха биреп, Ҡөрьән аяты уҡып ишеттерҙе.

Изге эштең башында тороусы, әйҙәүсе яҡташыбыҙ Ниязбай Сәлимов Хәбибназар хәҙрәт тураһында яҙырға, З.Вәлидиҙең бөтә тормошон ҡабаттан өйрәнергә тура килеүен, өсөнсө йыл Ҡазан ҡалаһында Х. Һатлыҡовтың 155 йыллығы уңайынан фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, был шәхестең эҙҙәренән йөрөргә, ул уҡыған “Мәржәни” мәҙрәсәһендә булырға тура килеүен бәйән итте. Һәм башҡа мәғлүмәттәр менән дә уртаҡлашты. “Бөтә донъяға дан ҡаҙанған оло ғалимыбыҙ һәм Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалған Әхмәтзәки Вәлидиҙе кеше итеп тәрбиәләгән, шәхес кимәленә күтәргән Үтәк еренә һәм Үтәкигә рәхмәтлебеҙ. Беҙгә “Үтәки уҡыуҙары”н уҙғарып торорға, ошо ерҙең данын артабан да күтәрергә кәрәк, милләтебеҙҙең Мәккәһенә әүерелһен, яңы шәхестәр үҫһен, ауылды, мәктәпте тергеҙәйек, балалар күберәк тыуһын, шул саҡта остаздарыбыҙҙың рухы шатланыр ине”,- тине Ниязбай Булатбай улы үҙ сығышын йомғаҡлап. Һәм һәйкәлде эшләүҙә тос ярҙам күрһәтеүселәргә “Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырып үтте.

Район Советы секретары Рәшит Монасипов та сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, таҡтаташты асыуҙа ҙур көс һалған, башынан аҙағынаса ойоштороу менән мәшғүл булған Н.Б.Сәлимов, Ғ.З.Ҡалмырҙин, И.Ғ.Шәйәхмәтов ҙур хөрмәткә лайыҡ булыуын, улар менән бер рәттән барлыҡ Үтәк ауылы халҡына, райондаштарға ҙур рәхмәтен белдерҙе. Йәнә бер төркөм алдынғыларҙы район Советының һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Артабан һүҙ алған районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаровты ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Сара ҡунаҡтары - “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе, Юрматы ырыуы ҡор башы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Риф Иҫәнов ҡоролтай исеменән район хакимиәтенә рәхмәтен белдереп, Илдар Шәйәхмәтовтың эшләгән ҡиммәтле хазинаһына оло баһаһын биреп, ҡоролтай һәм башҡорт дворяндары, тархандары исеменән уға Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Ишембай ҡалаһындағы Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Рифат Әйүпов та изге эш башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул үҙ сиратында Ғәлинур Ҡалмырҙинды Ишембай ҡалаһы һәм ра-йоны башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләп үтте. Районыбыҙ Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Рахманғолова ла байрамға буш ҡул менән килмәгән, “Рәсәйҙең 100 шәхесе” тигән китапты Ниязбай Сәлимовҡа тапшырҙы. Зәки Вәлидиҙең туғаны Нурия Килмөхәмәтова бабаһының олуғ шәхес булып үҫешенә булышлыҡ иткән, тәрбиә орлоҡтары сәскән үтәктәргә ҙур рәхмәтен белдерҙе, бүләктәр таратты.

Бына тантаналы, тулҡынландырғыс мәл етте. Таҡтаташты асыу Хәбибназар Һатлыҡовтың ейәне Наил Һатлыҡов, район Советы секретары Рәшит Монасипов һәм Үтәк ауылының оло быуын вәкиле Наил Мәхмүтов өлөшөнә төштө. Һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалынды. Тантаналы өлөш тамамланғас, бар халыҡ мәҙәниәт йортона “Үтәки уҡыуҙары”на йыйылды. Көндөң икенсе яртыһында ҡунаҡтар мәктәптәге “Ауыл тарихы” музейына сәйәхәт ҡылды.

Иҫтәлекле таҡтаташ асыу сараһын ойоштороп уҙғарыуға район хакимиәте тос ярҙам күрһәтһә, уҙғарыуҙа Үтәк ауыл китапханаһы мөдире Гөлназ Маннанова күп көс һалған, мәҙәниәт йорто фойеһында олуғ шәхестәргә арналған күргәҙмә ойошторған. Үтәк мәхәлләһе абыстайҙары мәсеттә сәй табыны ҡорған, мәктәп ашнаҡсылары ҡунаҡтарҙы тәмле аштары менән һыйланы.

Бөйөк шәхестәрҙе ололоҡлаған үтәктәр, килгән ҡунаҡтар үҙҙәрен дә ҙурланы, күңел байлығын да тултырҙы. 26 июнь ысын мәғәнәһендә, тарихи көн булып һәр кемдең күңелендә, хәтерендә ҡалды.


Читайте нас: