+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 14:30

Суд приставтары – социаль приютта

Һәр йылдағыса, быйыл да матур йолаға тоғро ҡалып, район Суд приставтары етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Табын ауылындағы балалар социаль приютына килде.

Бында төрлө сәбәптәр менән яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйылған 21 бала үҙенә һыйыныр урын тапҡан. Приют тәрбиәләнеүселәре төрлө тәмлекәстәр, емештәр һәм спорт кәрәк-яраҡтары килтереп, үҙҙәренә байрам кәйефе бүләк иткән өлкән ағай-апайҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Малайҙар шашкалар менән шундуҡ зирәклектә көс һынаша ла башланы. Балалар ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төшкәс, тағы ла килеүҙәрен теләп, ҡәнәғәт ҡалып хушлаштылар.


Читайте нас: