+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 14:26

Утлы йылдарҙа сыныҡҡан уҡытыусылар 3

Ғирфан Яҡуп улы ШӘРИПОВ 1926 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған. 1943 йылдың 17 ноябрендә 10-сы класта уҡып йөрөгән сағында һуғышҡа алына. Алыҫ Көнсығыш фронтының 345-се уҡсылар дивизияһында 553-сө уҡсылар полкының миномет ротаһы рядовойы булып хеҙмәт итә. Сержанттар әҙерләү мәктәбен тамамлап, Амур өлкәһе Облушье тигән станцияла хеҙмәт иткән еренән Квантун армияһына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. Һуғыштан һуң Алыҫ Көнсығыштағы айы- рым зенит артиллерия дивизияһының батарея старшинаһы булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә. 1949 йылда Биробиджан ҡалаһында Юғары хәрби училищела уҡый. Училищены тамамлағас, шул уҡ өлкә штабында ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегендә хеҙмәт итә. Украинаның Гайсин ҡалаһында йәшәгән саҡтарында хәрби комиссар булып эшләй. Полковник званиеһына тиклем иленә тоғро хеҙмәт итә. Йәштәргә хәрби әҙерлек эштәрен алып бара, белем бирә. Отставкаға сыҡҡас Өфөгә ҡайталар. Һуғыш йылдары менән бергә иҫәпләгәндә 37 йыл хәрби хеҙмәттә була. Өфөлә 23 йыл яуаплы эштәрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Эш стажы 60 йыл. Хәрби Ҡораллы Көстәр, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ғирфан Яҡуп улы иленә тоғро хеҙмәт итте, Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәне. Урындары йәннәттә булһын. Сөләймән Йәһүҙә улы ҒӘЛИН (ФӘЙЗУЛЛИН) 1918 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған. Ғафури районы һәм Сәйетбаба ауылынан сыҡҡан беренсе матрос. Фин һуғышында Балтик флоты составында, ә Бөйөк Ватан һуғышында Төньяҡ флотта һуғышта ҡатнаша. Ул 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем ҡанлы һуғыш юлдары үтә. 1952 йылда Тымыҡ океан флотында Корея һуғышында ҡатнаша. Ҡыйыу йөрәкле, ҡаһарман матрос Ватан ҡайҙа ҡуша, шунда алғы һыҙыҡта яуҙа була. Тыуған яҡтарына күкрәк тулы орден-миҙалдар тағып иҫән-һау ҡайта. Тыныс тормошта ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы Тәңреғол урта мәктәбендә директор урынбаҫары, райондың Имәндәш мәктәбендә уҡытыусы, Ҡарағай урта, йәнә Ҡурған өлкәһе Әлмән районы Парамоново мәктәбендә директор булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Сөләймән Йәһүҙә улының ҡатыны Мәрйәм дә, 1930 йылғы Рәхилә исемле һеңлеһе лә уҡытыусы булалар. Уҡытыусылар династияһының өлгөлө хеҙмәт юлы киләсәк быуындарҙа ла сағыла. Сөләймән Йәһүҙә улы Ғәлин Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы гражданы, мәктәптәрҙә ихтирамлы, хөрмәтле ҡунаҡ, Еңеү байрамдарының түрендә булды һәм 94 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА. Сәйетбаба ауылы. (Дауамы бар. Башы 50, 51-се һандарҙа).

Читайте нас: