Бында “Батыр” клубында шөғөлләнеүселәр һәм тренерҙары - көрәш, Балалар ижады үҙәге һүрәт төшөрөү һәм башҡа оҫталыҡ дәрестәрендә, “Ғаилә” үҙәге биҙәндереү, үҙәк район китапханаһы “Никотинды витаминға алмаштырабыҙ” акцияһы сиктәрендә төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторғайны. Робототехника күргәҙмәһен дә барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны. Шулай уҡ ҙур булмаған һатыу үҙәктәре, уйын майҙансыҡтары эшләне, һәр кем тигәндәй ҡыҙыл йөрәк эргәһенә сағыу йәшел төҫ менән “Ғафури” тип яҙып ҡуйылған ерҙә туҡталып фотоға төштө, селфи эшләне.
Күңелле йыр-моң ағылған сәхнә лә барыһын да үҙенә тартып, эргәһенә йыйҙы. Йәштәр байрамын алып барыусы Лиана Муллагилдина барыһын да байрам менән тәбрикләгәндән һуң, һүҙ район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтовҡа бирелеп, ул йәштәрҙе ҡотлап, изге теләктәрен юлланы.
Мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов та райондың барлыҡ йәштәрен байрам менән ҡотлағандан һуң, быйылғы сығарылышта миҙалға тамамлаусы: Алһыу Әйүпова, Ләйсән Сабитова (Яңғыҙҡайын), Гөлгөнә Үтәгәнова, Диана Баһауетдинова (Ҡарағай), Рушана Насирова, Аделина Рахманғолова, Зөлфиә Йәғәфәрова, Лиана Хәсәнова, Ралина Ғәлиева (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты), Нурзиә Усманова, Эльнара Айытова, Анна Маркелова, Алһыу Усманова, Фәриҙә Юнысова (Красноусолдағы 1-се мәктәп), Светлана Әхтәмова, Виолетта Герт (Красноусолдағы 2-се мәктәп), Алмаз Зөлҡәрнәев, Полина Еремеева, (Красноусолдағы 3-сө мәктәп), Гөлназ Ғәлиуллина, Наҙгөл Садиҡоваға (Еҙем-Ҡаран) Маҡтау грамотаһы тапшырып, аҡсалата бүләкләп үтте. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Аделина Рахманғолова (КБГИ) район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов ҡул ҡуйған 20 меңлек Сертификатҡа лайыҡ булды. Шулай уҡ олимпиадаларҙа ҡатнашып призерҙар булған Александра Кузнецова (Красноусолдағы 2-се мәктәп, тарих), Гөлнур Ибәтуллина (КБГИ, башҡорт теле), Софья Ефанова (Красноусолдағы 3-сө мәктәп, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте), Лилиә Саттарова (КБГИ, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте), Рәмиз Зыязетдинов (Красноусолдағы 3-сө мәктәп, география), Рәшит Абдуллин (КБГИ, физкультура) мәғариф бүлеге етәксеһе ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуаныс кисерҙе был байрамда.
- Ошо матур байрам менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Гүзәл йәшлегегеҙҙең ҡәҙерен белеп, иң яҡты маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, һаулыҡ, уңыштар теләйем, - тип үҙ теләктәрен еткерҙе ра-
йон хакимиәтенең йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлегенең йәштәр секторы мөдире Лариса Петровна Дәүләтшина һәм бер төркөм әүҙем йәштәргә, шулай уҡ йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә үрнәк булырҙай йәмәғәтселәр: Алик Йәнешев, Вадим Отмахов, Татьяна Пискун, Флорид Ғөбәйҙуллин, Риф Аҡбаров, Айнур Әбделмәнов, Ғәзим Мөхәмәтшин һәм “Эксклюзив” төркөмө етәкселәре Ольга Кирдеева, Эльвира Хөснөтдинованы Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Сочи ҡалаһы халҡын үҙ сығыштары менән таң ҡалдырған “Эксклюзив” ансамбленең урта төркөм бейеүселәре лә сәхнәгә саҡырылып тәбрикләнде.
Ҡотлауҙар Гөлназ Дәүләтшина, Лиана Муллагилдина, Радик Иҫәнғәлиндың йырҙары менән аралашып барҙы.
Беренсе тапҡыр үткән Кәләштәр парадын барыһы ла көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Аҡҡош кеүек матур ҡыҙҙар буласаҡ кәләштәр өсөн тамашасыларға сәскәләр ырғытты. Һуңынан сәхнәне йәш эстрада артистары биҙәп, йәштәр дәртле йырҙарға ҡушылып бейеп-йырлап күңел асты. Күңелле байрам тамашаһы “Йәш сағыңда бейеп ҡал!” дискотекаһы менән дауам итеп, сағыу фейерверк менән тамамланды.
Йәштәр көндөҙ спорт уйындарында, “Йәшәүгә 10000 аҙым” акцияһында ҡатнашып та әүҙемлек күрһәтте.
Байрам күңелле һәм матур үтте. Йәшлектәге ялҡын бөгөнгө көн кеүек тормошобоҙҙо, киләсәкте йылытһын.