-ЮХХДИ хеҙмәте эшмәкәрлегенең төп асылы – тәү сиратта юлдарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеген, именлекте тәьмин итеү. Был тәңгәлдә инспекторҙарыбыҙ һынатмай, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүҙә бар тырышлыҡтарын һалып, үҙ бурыстарына етди, яуаплы ҡарайҙар. Улар тарафынан ағымдағы йыл башынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 3007 осрағы теркәлде. Ошо арауыҡта район юлдарында 10 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, унда 20 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды, балалар ҡатнашлығындағы ике юл-транспорт ваҡиғаһында 3 бала имгәнде.
Эскән килеш руль артына ултырыусыларға ҡаты яза бирелеүгә ҡарамаҫтан, бындай “киҫекһеҙҙәр” һаман да бар, улар ғәйебе менән йыл башынан ике юл-транспорт ваҡиғаһы булды.
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары һәр ваҡыт юлдарҙа – водитель һәм йәйәүлеләр янында. Улар тарафынан халыҡ араһында аңлатыу эше даими алып барыла. Юлдарҙа бәлә-ҡаза осраҡтарын, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү йәһәтенән төрлө профилактик саралар, операциялар уҙғарыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ ЮХХДИ коллективын, коллегаларҙы, ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған хеҙмәтебеҙҙә уңыштар, түҙемлек, ғаиләләрендә именлек, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.