«Тамыр» телестудияһына барып кергәс тә һәр баланың ҡулына ленталар тағылып, 1-ҙән 5-кә тиклем һандар таратылды. Конференцзалда алсаҡ йылмайып Әҙилә Фәнил ҡыҙы ҡаршы алды һәм уҡыусыларҙы сараның маҡсаттары менән таныштырҙы. Нимә ул ток-шоу, асыҡ, ябыҡ һәм альтернатив һорауҙар нисек айырылыуын аңлатты. Сюжет төшөргәндә ниндәй һөнәр кешеләренең кәрәклеген бергәләп һанап сығып, уларға ҡарата ниндәй талаптар ҡуйылғанлығын балалар иғтибар менән баштарына һеңдереп ултырҙы. Һуңынан һандарға ярашлы төркөмдәргә бүленеп, етәкселәре менән берлектә үҙҙәренә бүленгән темаларға ярашлы сюжеттар төшөрөргә таралдылар. Бында инде улар үҙҙәрен режиссер, оператор, сценарист, редактор, монтажлаусы, тәнҡитсе итеп һынап ҡарарға тейештәр ине. Ә ул арала уҡыусылар менән килгән етәкселәргә Әҙилә Фәнил ҡыҙы телестудия буйлап экскурсия ойошторҙо.
Төшкө аштан һуң бер аҙ ял итеп алғас, бер нисә сәғәт һуҙымында барған эште йомғаҡлау өсөн тағы ла конференцзалға йыйылдыҡ. Ниһайәт, маҡсаттарға ирешелде, һәр төркөм балалары үҙҙәренең ижад емештәре, әҙер сюжеттары менән таныштырылды һәм тамашасылар хөкөмөнә тапшырылды. Әйтергә кәрәк, һәр төркөмдә лә гимназия уҡыусыларының улар өсөн тәүге тапҡыр һәм бигүк еңел булмаған был эштә үҙҙәрен актив күрһәтеүҙәре бик ҡыуандырҙы. Төркөм етәкселәре тарафынан айырыуса билдәләнеп кителгән Әмилә Ноғайғолова, Данил Сафин, Әлиә Ғәлимова, Регина Хажиәхмәтова, Рәсүл Табынғолов исемдәрен ишетеү мәктәбебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы. Тимәк, шундай яуаплы эшкә уларҙы һайлап яңылышмағандар.
Балалар менән осрашыуға килгән «Бирешмә!» төркөмөнән Гөлгөнә Баһауетдинова, «Тау-тау хәбәр» тапшырыуының алып барыусылары Айсулпан һәм Салауат менән күрешеү һәм «Тамыр» телерадио директоры Рөстәм Рәшит улы Зарафетдиновтың һәр балаға ошо уҡыуҙар айҡанлы сертификат тапшырыуы үтә лә тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе булды.
Киске сәйҙән һуң, уҡыусылар ток-шоуға ашыҡты. Улар өсөн генә ойошторолған был программала Ғайсар Миңлеғоловҡа, Алтынай Вәлитовҡа, МСБаш егеттәренә ҡыҙыҡлы һорауҙар биреү бик мауыҡтырғыс булды.
Республиканың 11 ҡала һәм райондарынан йыйылған балалар өсөн интенсив тренинг курстарында ҡатнашыу уларҙа үҙҙәрендә ижади һәләттәрен, зирәклек һәм отҡорлоҡ кеүек сифаттарын һынап ҡарауҙа ҙур этәргес булды.
Замана менән бергә атлар өсөн үҙебеҙҙә, Красноусол башҡорт гимназия- интернатында, телестудия асыу беҙҙең мәктәп өсөн, балалар өсөн ҙур бер тарихи ваҡиға булып торасаҡ тип уйлайбыҙ һәм ул , ысынлап та, балалар һәләттәрен үҫтереүҙә күп йүнәлештәрҙең береһе булып китер тигән фекерҙә ҡалабыҙ.