Байрамға килеүселәр “Беҙҙең ауылдаштар” тигән фото күргәҙмәне ҡарарға ҡырмыҫҡа иләүе кеүек йыйылып, кемдер үҙен, танышын эҙләне.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғандан һуң, мәсет ҡаршыһында байрамдың тантаналы өлөшө башланды. Сараны алып барыусы ошо ауылда тыуып үҫкән Илгиз Зәйнетдинов барыһын да сәләмләп, һүҙҙе ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы Мөхәррәмовҡа бирҙе.
- Бөгөн ауылда тарихи ваҡиға – мәсет асыла. Йәшәү дауам итә тигән һүҙ. Һәр берегеҙҙең ҡулдан килгәнсә ярҙамы менән төҙөлдө мәсет. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә ауылды йәмләп, матурлап йәшәйек, - тине Р.Ә.Мөхәррәмов һәм
ауылдары өсөн янып-көйөүсе, төҙөкләндереү эшендә, мәсет төҙөүҙә һәр яҡлап ярҙам иткән әүҙемселәргә Маҡтау грамоталары тапшырып үтте. - Ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек күркәм юбиле-йын билдәләүсе 6 бала тәрбиәләп үҫтергән әсә - Рәшиҙә Ғиндулла ҡыҙы Яппароваға ла В.Путиндың ҡотлауын һәм ауыл хакимиәтенең тәғәйен бүләген тапшырҙы. Номинациялар билдәләнеп, “Иң матур сәскәлек”тә - Нәзир Сәлимйән улы Әмирханов, “Иң яҡшы ихата”ла Миңлеәхмәт Кәшәфетдин улы Кинйәбулатов, “Хужалыҡ эштәрен иң яҡшы алып барыусы”ла Муса Мәрүән улы Чурбаев бүләкләнде.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Динар Зәбир улы Ғәлимов Татар Саскүле ауылы халҡын, сығышы менән ошо ауы-лдан булғандарҙы байрам менән тәбрикләне һәм мәсеткә район хакимиәте исеменән балаҫ бүләк итте. Урындағы үҙидара Советы депутаты Ғайса Зәкиулла улы Сәғиҙуллин да ауыл халҡына изге ҡотлауын еткерҙе. Красноусол мәсетенең имам-мөхтәсибе Илһам хәҙрәт Йосопов, Бурлы ауылы мәсете имам-хатибы вәғәздәр әйтеп, мәсеттә кеше өҙөлмәүен, иман нуры балҡып тороуын, ауылда ҡот, бәрәкәт артыуын теләнеләр.
Байрамдың тантаналы өлөшө һәм ҡотлауҙарҙан һуң һәр кем түҙемһеҙләнеп көткән мәсет ишегендәге таҫма киҫелгәс, барыһы ла “Бисмилла” әйтеп эскә үтте. Үҙенә тартып торған мәсет уйланып, һәр бер ере кәрәгенсә эшләнгән, бөтә ерҙә тәртип. Мәсеткә кергән ерҙә лә плиткалар түшәлеп, ике яҡлап сәскәләр ултыртылған, тейешенсә кәртәләп алынған, ҡапҡа ла ҡуйылған. Ошо күркәм мәсет Ришат Рәшит улы Харисовтың уйы һәм ярҙамы менән төҙөлгән. Ул үҙе ошо ауылда тыуып үҫкән, әле Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Ауыл кешеләре менән кәңәшләшкәс, ошо ауылдың иманлы кешеһе булған уның олатаһы - Хәбибулланың исемен биргәндәр мәсеткә. Ауыл имамы Нәзир Әмирханов ауылдаштары ярҙамы менән башҡа эштәрен атҡарып сыҡҡандар. Хәҙер мәсет күркәмлеге, ыҡсымлығы менән үҙенә тартып, саҡырып тора.
Концерт номерҙары ла барыһының күңеленә хуш килде. Бында Аҡкүл һәм Антоновка ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре әҙерләп алып килгән йыр-бейеүҙәр бер-бер артлы алышынып, Аида Вахитованың “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Бишбармаҡ” бейеүе, Аҡкүл ауы-лы балаларының сығыштары күтәренке кәйеф тыуҙырҙы. Башҡорт филармонияһы артисы Флүрә Батталованың тыуған яҡ тураһындағы моңло йырҙарын байрамға йыйылыусылар бергә ҡушылып йырлап, һағышланып тыңланы.
буйына уратып ҡуйылған өҫтәлдәр ҙә һый-хөрмәттән һығылып тора ине. Байрам табыны өсөн Рәфис Харисов менән Закир Яппаров ҡорбан салһа, ә Әнүәр Атаджанов ҙур ҡаҙандарҙа тәмле итеп былау бешергән. Клара Атнашева, Миңзилә һәм Ғәйшә Ғөбәйҙуллиналар, Рәйфә Харисова, Әлиә менән Альмира Кинйәбулатовалар аш-һыу тирәһендә ярҙам итте.
Был матур байрам ҡунаҡҡа ҡайтыусылар, бында йәшәүселәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Аҙан тауыштары яңғырап, ҡот-бәрәкәт артып, ауыл үҫһен, йәшәһен, тигән теләктә таралышты һәр кем.