-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 11:27

Комбайндар әҙерлек һыҙығында

Урып йыйыу эштәре башланырҙан алда ауыл хужалығы техникаһына техник тикшереү талап ителә. Иң тәүгеләрҙән булып “Восход – СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһының (етәксеһе - Р.З.Бакиров) “баҫыу караптары” “Гостехнадзор”ҙың ра-йон инспекцияһы начальнигы Сергей Лукин етәкселегендәге техник тикшереү уҙғарыусы комиссия алдында “имтихан” тотто.

Предприятиеның баш инженеры Булат Нурисламов әйтеүенсә, техник тикшереүгә етди әҙерләнергә тырышҡандар, ремонт барышында комбайндарҙың һәр бер үҙәге һәм агрегаттары майланған, яҡтыртҡыстары диагностикаланған һәм яңыртылған. Бынан тыш, бөтөн комбайндарҙы ла медицина аптечкалары, янғын һүндергестәр (3 дана булырға тейеш), ә механизаторҙарҙы заказ буйынса Өфөлә тектерелгән “Балтика-1” комбинациялы махсус өҫ кейеме (куртка-ветровка һәм комбинезон) менән тәьмин иткәндәр, алыштырғыс фильтры булған респираторҙар, химик утау үткәреүселәргә бер тапҡыр ҡулланылмалы “Тайвин” костюмдары, һыу үткәрмәүсе һәм бер ҡатлы бирсәткәләр биргәндәр. Ә ҡыш көнө механизаторҙар ҡатлы йылы бирсәткәлә эшләй. Яҡтылыҡ сағылдырыусы жилеттарҙы ла күпләп һатып алғандар. Барыһы ла бушлай – техника хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре быны талап итә. Ошоға ярашлы, бер нисә тапҡыр әңгәмә лә уҙғарылған. Сөнки механизаторҙар яңыра, йәштәр менән тулылана: быйылғы ураҡта комбайнсы ярҙамсылары булып Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы һәм Стәрлетамаҡтан курсанттар эшләйәсәк – улар өлкәндәргә комбайндарҙы техник тикшереүгә әҙерләүҙә ярҙам итергә лә өлгөргән.

Баш механик Валерий Сәфәрғәлиев һүҙгә ҡушылып, йылдан-йыл предприятиеның сәсеүлек майҙандары артыуын, шуға ла үҙҙәренең 5 комбайны менән генә уңыш йыйыу эшен атҡарып сығыуы бик ауырға төшөүен, МТС-тан һәм башҡа хужалыҡтарҙан комбайндарҙы ярҙамға саҡырырға тура килеүен билдәләне.

Предприятиеның баш агрономы Илдар Чурбаев мәғлүмәттәренә ярашлы, хужалыҡта арпа һәм яҙғы бойҙай 700-шәр гектар, борсаҡ – 300, һоло 100 гектар майҙанды биләй, ужым һәм башҡа культуралар ҙа бар. Тимәк, комбайндарға ныҡлы көс төшәсәк.

Механизаторҙар үҙҙәренең “баҫыу карабы”н техник тикшереүгә нисек әҙерләгән һуң? ГТН инспекцияһы начальнигы С.Лукин менән Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәгенең (элекке ауыл хужалығы бүлеге) баш инженеры В.Малых Артем Долин әҙерлек һыҙығына ҡуйған “Палессе” иген комбайнын тикшереүҙән башланы. Техниканың торошона бер ниндәй ҙә дәғүә булманы, әммә егеттең был транспорт сараһына идара итеүгә тейешле категорияһы булмай сыҡты, ошо көндәрҙә категорияға имтихан тапшырасаҡ. Ошондай уҡ “Палессе” маркалы комбайн (тәүгеһе менән сағыштырғанда өр-яңы тип әйтергә мөмкин, былтыр ғына һатып алынған) алдынғы комбайнсыларҙың береһе Мансаф Зәйнетдиновҡа ышанып тапшырылған. Иң ҙур көс тә тап уға төшәсәге билдәле.

2008 йылда заводтан сығып, бынан 5 йыл элек хужалыҡҡа һатып алынған өс ҡеүәтле “FENDT” иген комбайндары тәжрибәле механизаторҙар Радик Ҡотлозаманов, Ришат Нафиҡов, Рәмил Рәхмәтуллинға беркетелгән. Уларҙың барыһы ла тәртиптә.

Комбайндарҙың барлыҡ системалары төҙөклөгө ентекле тикшерелеп сыҡҡандан һуң, дәүләт инспекторы махсус хисаплау приборы ярҙамында уларҙан бүленеп сыҡҡан төтөндөң һауаны бысратыу миҡдарын да билдәләне. Бындағы күрһәткестәр ҙә нормала ине.

Техник тикшереүгә йомғаҡ яһап, С.Лукин менән В.Малых предприятиеның инженер-механик төркөмөнә һәм механизаторҙарға техникаларына һәм үҙ бурыстарына етди ҡарағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ техника хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә кәрәклеге хаҡында әленән-әле иҫтәренә төшөрөп торҙолар.

Һәр йылдағыса, хужалыҡтың баҫыу батырҙары ураҡҡа ентек-ле әҙерләнер, уларҙан эш ҡалмаҫ. Башаҡтар туҡ һәм тос булһын, игенселәр
Читайте нас: