-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 12:19

Мәғрүр Мағаш тауы, йәмле Еҙем ҡаршы алды ул һәм ҡыҙҙарын

Ибраһим ауылында тәүге тапҡыр ойошторолған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында йыраҡ араларҙы яҡын итеп ҡайтҡан ауылдаштар, ҡунаҡтар бик күп йыйылғайны.

Ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алыр өсөн йорт-ҡураларын төҙөкләндергән, ауыл урамдарына ҡырсынташ түшәлгән, яҡтыртылған, район хакимиәте ярҙамы менән балалар баҡсаһы биләмәһенә асфальт түшәлгән, яңы заманса материалдар менән кәртәләп алынған, балалар өсөн уйын майҙансығы ҡуйылған, мәҙәниәт йортона ремонт һәм башҡа бихисап эштәр башҡарылған.

Байрам ауылға ингән ерҙә ҡурай сәскәһе тажына “Ибраһим” тип яҙылған мөһабәт стеланы асыу, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә төҙөлгән обелискыға сәскәләр һалыу менән башланды. Ҡунаҡтар мәҙәниәт йортонда ауыл оҫталарының ҡул эштәренән торған, мәҙәни тормошон сағылдырған, ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәргә арналған күргәҙмә материалдары менән танышҡандан һуң, байрамса биҙәлгән, дәртле көйҙәр ағылған сәхнә алдына үтте.


Һүҙ – ҡунаҡтарға

Алып барыусылар Фирүзә һәм Алина Әбделмәновалар тыуған төйәгендә төпләнгән, шулай уҡ алыҫ араларҙы яҡын итеп байрамға ҡайтҡан ауылдаштарын сәләмләп, тантананы шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе. Ауыл муллаһы Камил Вәлиев сараға фатиха биргәс, староста Аяз Вәлиев Ибраһим ауылы флагын күтәреү хоҡуғын алды. Ауыл тарихы менән был йүнәлештә күп мәғлүмәттәр туплаған Фәйез Садиҡов таныштырҙы. Артабан бер-бер артлы саҡырылған ҡунаҡтар: район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Рим Әлмөхәмәтов, район Советы белгесе Самат Ғәлиуллин, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова, район Советы депутаты Илдар Иҙрисов, Ғәлинур Ғәлин, Марат Собханғолов һәм башҡалар һүҙ алды. Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы үҙ сығышында: “Беҙҙең биләмәгә 11 ауыл ҡарай, бы-йыл шуларҙың алтауһында ошондай байрамдар үтә. Ибраһим ауылында юлдар, фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереү артабан дауам итәсәк. Сараға әҙерлек барышында тырышлыҡ күрһәткәндәргә ҙур рәхмәт, ” - тине һәм байрамға әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәткән бер төркөм ибраһимдарға ауыл биләмәһенең, ауыл фельдшеры Исмегөл Садиҡоваға район дауаханаһының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Рим Рәфис улы байрамды ойоштороп уҙғарыуға күп көс һалған ауыл депутаты Фирүзә Әбделмәноваға һәм староста Аяз Вәлиевҡа район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Ниндәй байрам булһын бүләкһеҙ?

Байрамда бүләк алыусылар ҙа күп булды. “Тарихты өйрәнеүсе” номинацияһында Фәйез Садиҡов, “Һаулыҡ һағында тороусы” Насиха Мозафарова, “Ауылдың Почетлы гражданы” – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы, Халыҡтар дуҫлығы, Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры Хөрмәт Ғәлиуллин, 50 йыл бергә ғүмер итеүсе Зинаида һәм Флүр Садиҡовтар, “Уңған ғаилә” – ауылдың ҡортсолары, байрамдың бағыусылары Альмира һәм Мансаф Килмөхәмәтовтар, “Матур йорт”номинацияһында Гран-при алыусы Гөлфира һәм Мөнир Садиҡовтар, “Алтын ҡуллы оҫта” – Фәнис Килмөхәмәтов, “Ауылдың иң яҡшы уҡыусыһы” Сыңғыҙ Килмөхәмәтов һәм башҡа күптәр бүләкләнде. Әҙерлек барышында ҙур ярҙам күрһәткән ир-егеттәр Аяз Вәлиев, Наил Килмөхәмәтов, Дамир һәм Руслан Рәхмәтуллиндар, Айнур Килмөхәмәтов, Рәмил Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Байрамға килеүселәргә тәмле былау ҙа әҙерләнгәйне. Уға итте "Урожай" КХ-һы биргән.

Байрам йыр-бейеү, спорт ярыштары, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. “Еҙем һылыуҙары” ансамбленең, Хәбир Зәйнешев, Кифая Садиҡова, Рәйлә Ямғурова, Рәүф Рәхмәтуллин һәм башҡаларҙың йырҙары, “Байыҡ” республика телевизион бейеү конкурсы лауреаты, ошо ауыл ейәне Айназ Рафиҡов, 4 йәшлек Алтынай Байназарова һәм Сабина Ямғурова, Алһыу Әбделмәнова, Дания Лоҡманованың өҙә баҫып бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Байрамда олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп күңел асты, күптәнән күрешмәгән ауылдаштарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

Ибраһимда көн итеүсе һәм унан алыҫта йәшәүселәрҙе берләштереп, осраштырып-күрештергән байрам атайҙар төйәге менән бәйләнеште, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен тағы ла нығытып, ауыл тарихында онотолмаҫ яҡты эҙ булып ҡалды.


Читайте нас: