+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 12:51

Осраштырҙы, күрештерҙе тыуған яҡ

Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Мәндем ауылы халҡы берҙәмлеге, татыулығы, тырышлығы менән айырылып тора. Йәмле йәйҙең бер көнөндә, йәғни 29 июндә хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мәндем ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙҙы. Көн бер аҙ болоҡһоп, әленән-әле һибәләп алған ямғыр кешеләрҙең байрам кәйефен төшөрмәне, ауылдаштар осрашыуы бик матур үтте. Ауылдаштарының байрам шатлығын уртаҡлашырға район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов, тамырҙары менән Мәндемдән булған Өфө ҡунағы - юридик фәндәр кандидаты, тарих фәндәре докторы, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Лена Шәһиҙулла ҡыҙы Сөләймәнова, Ташлы ауылы биләмәһе башлығы Урал Мөхәмәт улы Вәзиров, Ғафури район “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова һәм башҡалар килгәйне. Мәндемдәр тирә-яҡҡа һибелгән ауылдаштары менән осрашыу байрамына етди әҙерләнгән: йорт-ихата тирәләре йыйыштырылған, буялған, урам буйҙары, юлдар тәртипкә килтерелгән, Мәндем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере яңыртылған, Һыуыҡ ҡойо шишмәһе кәртәләп алынған, бағаналарға яҡтыртҡыстар урынлаштырылған.

Ауылдаштар осрашыуы байрамы тәбиғәттең иң матур урыны – йәмле Мәндем йылғаһы буйындағы аҡланда уҙҙы. Ауыл оҫталары сәхнә яһап ҡуйған, эскәмйә-ултырғыстар теҙелгән, арыраҡ тирмә ҡоролған,

уйын-ярыш майҙансыҡтары әҙерләнгән, сауҙа рәттәре эшләп торҙо, ауылдың бәйләм оҫтаһы Рәмилә Хәбибуллина күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторған, ҡунаҡтарға үҙҙәре әҙерләгән ҡамыр ризыҡтары, тәмлекәстәр, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Тамырҙары менән ошо ауылдан булған Нәсимә Шәһийыһанова әҙерләп килтергән бала сағы, ғаиләһе, мәктәп йылдары фотоһүрәттәренән торған стендтар мәндемдәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Байрамдың тантаналы өлөшө “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йыры менән асылды. Алып барыусылар Гөлнара Аҡҡолова менән Фәүриә Мөхәмәтйәнова тәүге һүҙҙе Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Урал Вәзировҡа бирҙе. Ул үҙ сығышында ауылдың үткәненә байҡау яһаны, ыңғай үҙгәрештәрҙе барланы.

-Бөгөн Мәндем ауылы бик күп ҡунаҡтарҙы үҙенә йыйҙы. Элек ауылда тыуып, йәшәп, төрлө сәбәптәр менән ситкә китергә мәжбүр булған бик күп мәндемдәр үҙенсәлекле байрам - ауылдаштар осрашыуына республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡайтып етте, - тине Урал Мөхәмәт улы барыһын да сәләмләп. – Әлеге байрам сараһы икеләтә иҫтәлекле, бер яҡтан “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тип аталһа, икенсенән, быйыл ауыл 60 йыллығын билдәләй. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 1959 йылда урман пункты (“Башлес”) булып торған ауыл Мәндем урман эшселәре ҡасабаһы тип атала башлай. Урман пунктының тәүге начальнигы булып Илларион Парамошин торһа, артабан оҙаҡ йылдар Ғәззәли Сәғәҙиев етәкселек итә. Мәндем гөрләп йәшәһен, үҫкәндән-үҫә барһын өсөн көндө-төнгә ялғап эшләй. Һәр кемгә мәғлүм булыуынса, 80-се йылдарҙа Мәндем ауылында хатта бала табыу йорто, үҙенең радио нөктәһе булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә юҡ. Әммә тормош дауам итә, бөгөн ауылдың әүҙем кешеләре, йәғни һеҙҙең алдығыҙҙа торған көслө рухлы, ауылға йәм-йән өрөүсе ҡатын-ҡыҙҙары булғанда, был төбәк һүнмәҫ, йәшәр. Тап уларҙың тырышлығы менән байрам сараһы әҙерләп уҙғарыла. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”ҙы байрам итеү, ҡунаҡ ҡаршылау ғына түгел, ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙармаһын өсөн торған урыныңды матурларға, тәртипкә килтерергә лә кәрәк. Был йәһәттән тап улар тырышлығы, көсө менән ауылға йәм керҙе. Барығыҙҙы ла ҙур байрам менән ҡотлайым, кинәнеп күңел асыуығыҙҙы, һәммәгеҙгә лә күтәренке кәйеф теләйем, - тине Урал Вәзиров.

Артабан һүҙ район Советы рәйесе Рәшит Монасиповҡа бирелеп, ул ауылдаштарын район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов исеменән күркәм байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Һәм БР Башлығы Р.Ф.Хәбиров Указына ярашлы, республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан булдырылған юбилей миҙалы менән Рәмзиә Монасипованы бүләкләне. Шулай уҡ урындағы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Миңзилә Монасипова менән Зөлфәр Монасиповҡа – район Советының, Зилә Мөхәмәтйәнова менән Фәүриә Мөхәмәтйәноваға ра-йон хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Үтәк ауылында З.Вәлиди менән Х.Һатлыҡов иҫтәлегенә таҡтаташ урынлаштырыуҙа үҙ өлөшөн индергән ауылдашы, иретеп йәбештереүсе Рәмзил Хөсәйеновты район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Ғафури районы “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова ауылдаштарын ҙур байрам менән ихлас ҡотланы һәм үҙенең шиғри күстәнәсе - “Мәндемем” шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Сара ҡунағы – үҙен мәндемле тип иҫәпләгән Лена Сөләймәнова уны эҙләп табып, ошо матур байрамға саҡырғандары өсөн Гөлсөм менән Рәшит Монасиповтарға рәхмәтен еткерҙе.

-Мин Мәндем ауылында тыуғанмын, әммә беҙ бында оҙаҡ йәшәмәгәнбеҙ, миңә 1 йәш булғанда беҙ Аҡкүлгә күскәнбеҙ һәм шунан бирле бер ваҡытта ла йәнтөйәгемә килергә насип булманы. Хаҡлы рәүештә һеҙҙе ауылдаштарым тип әйтә алам, - тине Лена Шәһиҙулла ҡыҙы ауылдаштарын сәләмләп.

Байрам барышында төрлө номинацияларҙа еңеүселәр тәбрикләнеп, улар сәхнә түренә саҡырылып бүләкләнде. “Иң матур ихата” номинацияһында – Зиниә менән Таһир Батыршиндар, Сания менән Зөлфәр Монасиповтар; “Иң күркәм йорт” – Фәниә менән Зиннур Йәнмырҙиндар, Гөлнара менән Хәйҙәр Аҡҡоловтар, Миңзәлә менән Миңнур Йәнмырҙиндар (“Өлгөлө ғаилә” номинацияһында ла билдәләнделәр); “Иң күп ат аҫраусы” – Радик Ғайсин; “Иң күп мал аҫраусы” – Ғәлиә менән Булат Ғәйнуллиндар, Фәниә менән Зиннур Йәнмырҙиндар, Сания менән Зөлфәр, Миңзилә менән Әүхәт Монасиповтар, Рәсимә менән Ришат Ғафаровтар; “Иң күп бал ҡорттары тотоусы” – Миңзәлә менән Миңнур Йәнмырҙиндар, Зинфира менән Ирғәле Мөхәмәтдиновтар, Роза менән Зөлфәр Кәлимуллиндар; “Иң оло йәштәге ир кеше” - Радик Зөбәйеров; “Иң оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ” – Тәслимә Шәйәхмәтова, Наҡыя Әхтәмова; “Иң йәш бала” – Гөлсинә менән Илмир Аҡҡоловтарҙың улы Иҙел, Рәсилә менән Илнур Баһауетдиновтарҙың ҡыҙы Йәсминә; “Иң күп балалы ғаилә” – Ғәлиә менән Булат Ғәйнуллиндар, Миңзилә Мартемьянова; “50 йылдан ашыу матур ғүмер итеүсе ғаилә” – Фәниә менән Риф Аҫылбәковтар; “Иң йәш ғаилә” – Ғәлиә менән Руслан Әбсәләмовтар, Гөлсинә менән Азат Ниғмәтуллиндар; 30 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләүсе Фәүриә менән Ғаяз Мөхәмәтйәновтар; “Иң оҫта ҡуллы ир-егет” – Таһир Батыршин, Зиннур Йәнмырҙин; “Иң оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ” номинацияларында Фәүриә һәм Зилә Мөхәмәтйәновалар билдәләнде.

Сараны уҙғарыуҙа үҙ өлөштәрен индереүселәр шулай уҡ башлап йөрөүселәр, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ҡулынан Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Ситтә йәшәүсе - сығыштары менән ошо ауылдан булған, шулай уҡ бында эшләп киткәндәр сәхнә түренә күтәрелеп, үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар араһында Мәндем ауылында ғүмер иткән, күптән мәрхүм Рәхимә менән Шәйҙулла Шәһийыһановтарҙың ҡыҙы - Бишбүләк районында йәшәүсе РФ-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәсимә Лотфуллина, 1972 йылда Мәндем мәктәбенә директор булып эшкә килеп, 4 йыл етәкселек итеп, ғаиләле булғас, эшен энеһе Дәриғәт Рәхимовҡа тапшырып, артабан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшен дауам иткән һәм 16 йыл бында йәшәгән Белорет районы ҡыҙы Динә Рәхимова, уҡытыусы Рәшиҙә Ғариф ҡыҙы, 80 йәшлек Мәрйәм Йәрмөхәмәтова бар ине. Рауза менән Рауил Зәйнуллиндарҙың Красноусолда йәшәүсе ҡыҙҙары матур байрамды ойоштороп үткәреүҙә ҙур көс һалыусыларға, бигерәк тә ауылға ҡот, йәм өҫтәүсе “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһына рәхмәттәрен белдереп, сәй сервизы бүләк итте.

Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ, дәртле бейеүҙәрһеҙ булһын инде. Мәндем ауылынан сыҡҡан моң эйәләре, хәҙер ситтә йәшәүсе Ринат Уразғолов, Әлиә Муллагилдина (Ғөбәйҙуллина) яңғыҙы ла, ҡыҙы Әҙилә менән дә ауылдаштарын йырҙары менән һөйөндөрҙө, сығыштар көслө алҡыштарға күмелде. Миңзилә Монасипова йәштәрсә дәртлелек менән өҙә баҫып бейене. Илһам Шәфиев, Өфөнән Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле солисткаһы Азалия Кәлимуллина башҡарған бейеүҙәр тамашасылар күңеленә хуш килде. Район мәҙәниәт һарайының “Хазина” төркөмө һәүәҫкәрҙәре, Красноусолдан ҡунаҡҡа килгән билдәле йырсы Булат Йосопов башҡарған йырҙар сараға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Ауылдаштар осрашыуы байрамының инициаторы, төп ойоштороусыһы Фәниә Йәнмырҙина етәкселегендәге “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы ихлас эшләп килә. Улар был байрамды әҙерләүҙә иң ҙур тырышлыҡ һалыусылар булып тора. Йыр-моңдары ауылдаштары тарафынан алҡышлап ҡабул ителде. Фәниә Сәйетгәрәй ҡыҙы Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Урал Вәзировҡа барыһының рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ойошма исеменән бүләк тапшырҙы.

Ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булды бындағы осрашыу. Теләгән һәр кем сәхнәгә күтәрелеп, үҙ һөнәрен, йыр-моңға маһирлығын күрһәтте. Байрамда төрлө спорт ярыштары, халыҡ уйындары ла ойошторолдо. “Милли көрәш” бәйгеһендә ҡатнашып, еңеү яулаусыға бер тәкә инселәнгәйне. Бил һынашырға йөрьәт итеүсе тиҫтәләп көрәшсе араһында иң таҫылы, көслөһө Азамат Хәбибуллин байрам батыры булып танылып, елкәһенә тәкә һалды. Конкурс-ярыштарҙа үҙҙәрен һынап ҡараусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Ғөмүмән, ауыл хакимиәте тарафынан бүләктәр уғата күп әҙерләнгән, байрамдан бер кем дә бүләкһеҙ ҡайтмағандыр.

Мәндем буйында ҡоролған тирмә янында ҡаҙан аҫылып, аш, Фәрит Шәфиев биргән һарыҡ итенән былау беште, шыжлап самауырҙар ҡайнаны...

Кисен күркәм ауылға йәм-нур өҫтәп, төрлө төҫтәргә мансып, күктә фейерверк атылды.


Читайте нас: