Төрлө йылдарҙа Гөлнур Яҡупова, Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин, Рәйлә Сабитова кеүек әлеге мәлдә башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләгән әҙиптәр үҙ уҡыусылары менән ошо китапханала танышып аралашыу мөмкинлеге менән файҙаланһа, быйыл тәүге тапҡыр сығышы менән Силәбе өлкәһенән, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында эшләп киткән Бөрйән ҡыҙы Миләүшә Ҡаһарманова Ғафури еренә аяҡ баҫты. Ул әлеге мәлдә “Киске Өфө” гәзитендә эшләй, журналист эшмәкәрлеге өсөн Ш.Хоҙайбирҙин премияһына лайыҡ булды.
Әҙәбиәткә ул шағирә булараҡ аяҡ баҫҡайны, 90-сы йылдарҙа уның шиғырына Илһам Байбулдин көй яҙып, Индира Байбулдина йырлап, конкурс-концерттарҙа ҡатнашып йөрөнө. Һуңғы йылдарҙа Миләүшә үҙен көслө прозаик итеп танытты.
Уҡыусылар тарафынан көтөп алынған “Күңелем йылы теләй” китабы ике тапҡыр ҡайтанан баҫылды, повестарҙан торған “Бетерә шаршыһы”н эҙләп тә табып булмай.
...Белмәмеш булып ҡыланыу
Ошо һәм башҡа шиғырҙары ла яңғыраны кисәлә Миләүшәнең, үҙҙәренең кисерештәрен нәзәкәтле генә итеп, хискә тулы йомшаҡ тел менән әйтеп бирә белгән яҙыусының һөйләгәнен йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар иреп китеп тыңланы. Ф.Фәйзуллинаның ҡобайыры М.Ҡаһарманованы Ғафури еренең шәхестәре, ер-һыуҙары, башҡа рухи байлыҡтары менән үҙенсәлекле таныштырыу булһа, ағинәйҙәр башҡарыуында мөнәжәттәр, китапханасылар Илһөйәр Мортазина, Рәзилә Зөбәйҙуллина (Имәндәш) уҡыуында шиғырҙар осрашыуҙы йәмләне.
Миләүшәне күптән инде яҡын әхирәтем тип һанайым, ижады ла, шәхесе лә күркәм, ихлас, бейек уның. Осрашыуға килеүселәр һәр береһе лә үҙенә бер серҙәш тапты. Хәйер, яҡшы әҫәр үҙе лә яҡын дуҫ булыусан, М.Ҡаһарманованың ижады быға бер дәлил инде.
Рәйлә САБИТОВА,
БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы.