Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 11:38

“Буҙа тәмләү” байрамы

Күптән түгел беҙҙең райондың бер төркөм вәкилдәре Ленинград өлкәһенә һабантуйға юлланғас, Красноусол ағинәйҙәр ойошмаһы күстәнәскә буҙа әҙерләп биреп ебәрә һәм ул төркөм менән барған Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиева аша был шифалы эсемлекте нисек ҡабул итеүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынып та торалар. Шул саҡ ағинәйҙәр: “Санкт-Петербург халҡы ауыҙ иткәнде, ниңә үҙебеҙҙекеләргә тәмләтмәҫкә?” – тип һөйләшәләр ҙә, район китапханаһы менән берлектә “Буҙа тәмләү” байрамы үткәрергә булалар. Шулай уҡ бер сарала олпат ағайҙың “Беҙҙә буҙа эшләйҙәрме ни, Әбйәлилдә бит ул", тигәне лә уларҙың сәменә тейә.

Буҙа – туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифалы яғы менән дә баһалана. Витамин һәм минералдарға бай эсемлек ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

Ағинәйҙәр был байрамда ла милли эсемлегебеҙ тураһында һөйләп кенә ҡалманы, Мәрхәбә Собханғолова, Тәнзилә Вахитова, Зәйтүнә Хәбибуллина уны әҙерләү тәртибен дә күрһәтте. Матур итеп биҙәлгән өҫтәлдәрҙәге милли эсемлегебеҙҙе һәр кем күпме теләй, шунса ауыҙ итте. Йыйылыусылар араһында был эсемлек тураһында белмәүселәр ҙә бар ине, хатта. “Буҙа тәмләү” байрамы бик күңелле килеп сыҡты, ағинәйҙәр Гөлнура Юлдашева, Луиза Мәүлетҡолова, Миңзилә Заһиҙуллина милли кейемдәрҙә балалар менән бергә уйнап, бейеп тәрбиә эшен дә алып барҙылар. “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Күҙ бәйләш” (Һуҡыр тәкә), “Үгеҙ йөҙөк” уйындарын барыһы ла бергәләп уйнаны. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Вәсилә Әбделмәнова менән Динара Әхмәдова буҙа тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр ишеттерҙе, уның файҙаһы тураһында һөйләне.

Эйе, төрлө ерҙән килтерелгән араҡы, шараптарҙың аң-аҡылды томалағанын аңлап, милли эсемлектәргә өҫтөнлөк бирһәк, ят эсемлектәргә бер кем дә ымһынмаҫ ине. Ә инде буҙа эшләү оҫтаһына әүерелгән Красноусол ағинәйҙәренең был эшен хупларға, өйрәнергә генә ҡала. Минералдарға, аҡһымдарға бай һоло ононан, йә ярмаһынан әҙерләнгән был эсемлек, ысынлап та, иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.

Үҙегеҙ әҙерләп ҡарағыҙ

Ғафуриҙарса буҙа

“Геркулес”ты тәүҙә табала, йәки эҫе мейестә бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Шул саҡта әскелтем тәме юғала. Ҡаҙанда малдың эс майын иретеп алырға кәрәк. Уға ит турағыс аша үткәрелгән геркулес онон һалып, әкрен генә утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алаһың. 1 килограмм онға 8 литр һыу иҫәбе менән эшләйбеҙ. Аҙаҡ килеп сыҡҡан массаны махсус һауытҡа ҡояһың, тиҙ өлгөрөп етһен өсөн бер аҙ әсетке һәм 1-2 стакан шәкәр өҫтәргә кәрәк. Шулай бер-ике көнгә йылы урынға ҡалдырабыҙ, ләкин ҡояш нурҙары төшөргә тейеш түгел. Болғап торорға. Әсеп сыҡҡас, иләк аша бер нисә тапҡыр һөҙөп алабыҙ. Әгәр ҡуйы булһа, уға һыу өҫтәргә мөмкин. Тәүҙә әсетке урынына арыш икмәген ҡулланырға мөмкин. Урап йылы урынға ҡуябыҙ. Бер тәүлек тигәндә эсемлек әҙер була. Уны һалҡын урынға һаҡларға ҡуйырға кәрәк.

Әбйәлилдәрсә буҙа

23 г аҡ май, 125 г һоло ярмаһы, 6 г он, 32 г әсетке, 85 г шәкәр ҡомо, самалап һыу. Ваҡланған һоло ярмаһын йыуып, 10-30 минутҡа ебетергә ҡуйығыҙ. Һыуын һарҡытып, елһеҙ урында киптерегеҙ ҙә төйөгөҙ. Төйөлгән һоло онона еңелсә ҡыҙҙырылған бойҙай оно, ҡайнар аҡ май һалып болғатығыҙ. Уға ҡайнап торған һыу һалып, ҡуйы шыйыҡса барлыҡҡа килгәнсе туғығыҙ ҙа ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Ошо ваҡыт үткәс, тағы ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшылап иҙегеҙ. Унан ҡабарһын өсөн әсетке, шәкәр ҡомо һалып, ябып тороғоҙ. Ҡабарып сыҡҡас иҙмәне, ҡайнатылған йылы һыу менән шыйыҡлатып, һөҙөгөҙ. Шунан буҙаны, әсеһен өсөн, ябып тороғоҙ. Әҙер буҙа ҡуйы ғына, әскелтем, иретелгән һары май төҫөндә була. Буҙаны эскән һайын һапырып, болғатып торһаң, тәмлерәк була. Күперектәр буҙаның төбөнә тиклем төшөп, бызырлап торорға тейеш.

Учалыларса буҙа

Буҙа учалыларса тағы еңелерәк эшләнә, өс литр һыу, 0,7 банка геркулес, бәләкәй ҡалаҡ аҡ май, өс-дүрт ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалаһың да, бер сәғәт бешерәһең, һыуынғас бер стакан буҙа әсеткеһе ҡушып болғайһын, ҡомалаҡ әсеткеһе һалырға ла мөмкин. Әсетергә ҡуяһың. Ҡабарып сыҡҡас, эре иләк аша һөҙәһең, эсергә лә мөмкин. Шәкәр ҡомон үҙең самалап, тәм өсөн өҫтәйһең.Ҡуйыраҡ булһа, һыу өҫтәп ебәрергә лә була.


Читайте нас: