-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 11:44

Булдырҙылар!

15-21 июндә Сочи ҡалаһында “Арт-волна” Халыҡ-ара ижади лагеры сиктәрендә “Мин булдырам!” (“Я могу!”) балалар һәм йәштәр ижады фестивале булып үтте.

Унда беҙҙең Балалар ижады үҙәгендә эшләп килгән “Эксклюзив” балалар өлгөлө хореография ансамбленең ике төркөмө (етәкселәре – Ольга Кирдеева) ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны. Әҙерлек төркөмөнә йөрөүселәр - I, уртансылар төркөмө II дәрәжә лау-

реат булдылар. Шулай уҡ коллектив тағы бер махсус бүләккә лайыҡ булды – “Сәскәләр бумы” бейеүе өсөн әҙерләнгән костюм иң яҡшыһы тип табылды.

Йәш бейеүселәр конкурста ҡатнашыуҙан тыш, Ҡара диңгеҙҙә һыу инеп, ял да итте.

Сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткән муниципаль район хакимиәтенә һәм, әлбиттә, ата-әсәләргә рәхмәттең иң ҙуры.
Читайте нас в