-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 11:50

Шахматсыларыбыҙ һынатмай

2-3 июль Красноусолдың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында Башҡортостан Республикаһы Кубогына тиҙ шахмат буйынса турнир үтте.

Зирәклек һәм аҡыл ярышында республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Туймазы, Белорет ҡалаларынан, Шишмә ҡасабаһынан, Саҡмағош районынан 134 кеше ҡатнашһа, шуларҙың 32-һе үҙебеҙҙең район шахмат түңәрәгендә (тренерҙары Н.Г.Проценко) шөғөлләнеүсе балалар.

Еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры Наталья Проценко тәбрикләп, кубоктар, миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Алты турнирҙа 2004-2007-се йылғы малайҙар араһында 1-се урын Георгий Евстафьевҡа (Туймазы), 2-се - Петр Гупалоға, 3-сө Максим Ермаковҡа (Стәрлетамаҡ), шул уҡ йәштәге ҡыҙҙар араһында 1-се урын София Коржоваға (Туймазы), 2-се - Ләйлә Табермаковаға (Өфө), 3-сө Наталья Брыкаловаға (Красноусол), 2006-2009-сы малайҙар араһында 1-се урын Тимофей Бабковҡа (Өфө), 2-се - Ринат Ҡунаҡҡужинға (Стәрлетамаҡ), 3-сө Данил Насировҡа (Сала-уат), ҡыҙҙар араһында 1-се урын Самира Ғәббәсоваға (Өфө), 2-се - Анастасия Стрелковаға (Мәләүез), 3-сө Эльвира Фәхретдиноваға, 2010 йылғы һәм йәшерәк малайҙар араһында 1-се урын Камил Ибраһимовҡа (Салауат), 2-се - Даниил Никифоровҡа (Красноусол), 3-сө Арсен Солоницкийға (Стәрлетамаҡ), шул уҡ йәштәге ҡыҙҙар араһында 1-се урын Самира Ишкинаға (Салауат), 2-се - Елизавета Кутыреваға (Стәрлетамаҡ), 3-сө Диана Дәүләтбаеваға (Октябрьский) бирелде.

Район шахматсылары был уйында ла һынатманылар. Наталья Брыкалова менән Даниил Никифоров башта беренселеккә табан барһалар ҙа, һуңғараҡ ҡына ҡалыштылар. Руфина Зәкирова менән Даня Проценко ла сәмләнеп, һәйбәт уйнаны, йөрөштәрҙе уйлап, тиҙ килтереп сығаралар. Ә Даниил Никифоровҡа ноябрь айында респуб-лика исеменән Һамар ҡалаһында үтәсәк беренселектә ҡатнашыу бурысы тора. Балалар араһында спорттың ошо төрөн үҙ итеүселәрҙең күбәйеүе, түңәрәккә яратып йөрөүҙәре күренә. Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов шахматсылар өсөн 50 урынлыҡ өҫтәл һәм ултырғыстар, шахмат, сәғәттәр менән ярҙам итеүенә барыһы ла рәхмәтле булды. Ысынлап та, матур өҫтәл, ултырғыстарҙа ултырып уйнау ҙа уйлау ҡеүәһен арттыра кеүек.

Ике көн барған ярышта ҡатнашыусылар йәшәү уңайлыҡтары булдырған гимназия директорына, үҙҙәрен ихлас ҡабул иткәндәре өсөн ойоштороусыларға һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселегенә рәхмәтле булып, шатланып таралыштылар. Еңеүселәрҙе тағы ла бер уңыштары менән ҡотлайбыҙ.


Читайте нас: