+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 11:33

Ҡунаҡ йыйҙы Ҡурғашлы

Ҡурғашлыла “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы 2011 йылда беренсегә ойошторолғайны. Бөгөн дә ауыл халҡының осрашыуға һыуһағаны, байрамдың мөһимлеге әҙерлек ваҡытында уҡ күренеп торҙо. Ауыл старостаһы Илдус Иҙрис улы Заһиҙуллин етәкселегендә ойоштороу комитеты һәм байрамды үткәреү буйынса комиссия төҙөлдө һәм ең һыҙғанып эшкә тотондо.

Ауылыбыҙҙағы бер йорт та әҙерлектән ситтә ҡалманы. Һәр кем йорт-ихата, кәртә тирәһен йыйыштырыу, буяу һәм тәртипкә килтереү эшен башҡарҙы. Байрамды юғары кимәлдә үткәреү өсөн ауыл халҡынан аҡсалата ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү ҙә ыңғай хәл ителде. Боронғо йоланы тергеҙеп һөбә йыйыуҙа ла бик ихлас ҡатнашты ауыл халҡы. Байрам үтәсәк яланды төҙөкләндереүҙә әүҙем ир-егеттәребеҙ үҙ ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәнеләр.

Байрам ауыл уртаһындағы обелискыға сәскә һалыу һәм әруахтар рухына аят уҡыуҙан башланды.

Рәсми өлөштө ауыл старостаһы Илдус Иҙрис улы асып, һүҙҙе Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Гөлназ Хәким ҡыҙы Азимоваға бирҙе. Ул үҙ сығышында төҙөкләндереү буйынса үтәлгән һәм планлаштырылған эштәргә туҡталды, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға Рәхмәт хаттары тапшырып ҡыуандырҙы. Район хакимиәте исеменән иҡтисад һәм инвестициялар буйынса урынбаҫар Рәмил Рафаил улы Әхмәтов ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе һәм бүләккә триммер тапшырҙы.

Ауылыбыҙҙың иҡтисади һәм социаль хәле тураһында бай йөкмәткеле доклад менән сығыш яһап, Илдус Иҙрис улы етешһеҙлектәр һәм киләсәккә бурыстар мәсьәләһен яҡтыртты, ауылдың бөгөнгө йәшәйешен һүрәтләне, үҫешкә тос өлөш индергән ауылдаштарҙы маҡтап телгә алды. Байрам алдынан ғына ауыл клубына өр-яңы, ҡеүәтле музыка аппаратураһы бирелеүен һөйөнсөләне. Киләсәктә лә ауылды үҫтереү, төҙөкләндереү маҡсатында бергә эшләргә, ауыл менән бәйләнеште өҙмәҫкә, туғанлыҡ ептәрен юғалтмаҫҡа саҡырҙы.

Сәхнәне сағыу сығыштары менән биҙәгән апалы-һеңлеле Айгөл Батталова менән Айһылыу Ғәлиуллинаны, гармун моңона ҡушылып ауылдаштарын берсә һағышландырған, берсә дәртләндергән Шәмсинур Вилданованы, моңло йырҙары менән йөрәктәрҙе елкендергән Айнур Хөснөтдинов менән Вафир Харисовты ауылдаштары көслө алҡыштарға күмде.

Һәр байрамдың иң күңелле өлөшө бүләкләү тантанаһылыр. Комиссия төрлө номинацияларҙа матур-матур бүләктәр әҙерләгәйне.

Ауылдың иң оло кешеләре тип Расфар Сәләхетдин улы Йәғәфәров менән Мәрйәм Әхмәт ҡыҙы Ишмөхәмәтова билдәләнде.

Үҙ яҙмыштарын Ҡурғашлы менән бәйләгән, урман хужалығында бар тырышлыҡтарын һалып эшләгән ауылдаштарыбыҙҙың күбеһе 80 йәштән үткән. Оло йәштәге 15-ләгән кеше был байрамда рәхмәт һүҙе ишетеп, “Ихтирамға лайыҡ ауылдаштар” номинацияһында билдәләнеп, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.

Ауылыбыҙҙы йәмләп, йәштәргә өлгө булып оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарҙан Нәфисә менән Ишмөхәмәт Әһлиуллиндар, Фәйрүзә менән Зөлфәр Ғәзизовтар, Фәнизә менән Хәсән Ҡотовтар, Зөһрә менән Әбделҡадир Шәрәфетдиновтар, Әсмә менән Вәрис Бүләкҡоловтар бүләкләнде. Ә ауылыбыҙҙың иң йәш пары тип Айгөл менән Руслан Насировтарҙың ғаиләһе аталды. Иң йәш ауылдашыбыҙ Ислам Руслан улы Ғәлимов та был көндө бүләк алып ҡыуанды.

“Ауылыбыҙ киләсәге” номинацияһында күп балалы, татыу ғаиләләр билдәләнде. Гөлдәр менән Радик Әмирхановтарға, Розалия менән Фәрит Ашуровтарға, Светлана Хәлилова менән Рөстәм Ермалаев ғаиләләренә ауылдаштар ҙур өмөт бағлай.

Күпләп ҡош-ҡорт, эре мал аҫраған, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтергән, күпләп бал ҡорттары ҡараған ғаиләләрҙән Зиниә менән Земфир Ҡотовтар, Резида менән Илдус Заһиҙуллиндар, Әсмә менән Вәрис Бүләкҡоловтар “Иң ҙур хужалыҡ” номинацияһында еңеүсе тип табылды.

Комиссия ағзалары байрам алдынан бөтә ауылды байҡап сыҡҡандан һуң номинациялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләгәйне. Иң тырыш һәм сәмсел ғаиләләр сәхнә түренә саҡырылды.

“Иң тырыш ғаилә” номинацияһы ғаиләһенә һәм Рәйфә Мусина ғаиләләренә бирелде.

“Иң яҡшы баҡса” тип Нәфисә Әһлиуллинаның баҡсаһы, “Иң яҡшы ихата” тип Кәрим Ғәзизовтың ихатаһы билдәләнде.

“Әкиәт йорто” тип Гөлнара менән Вафир Харисовтарҙың, “Күркәм йорт” тип Рәмилә менән Хәлим Зәйниевтарҙың, “Заманса йорт” тип Бәриәт менән Әхәт Фәтҡуллиндарҙың һәм “Яңы йорт” тип Маһинур менән Альберт Ишмаевтарҙың йорттары күрһәтелде.

Бынан тыш донъяларын үҙҙәренең ҡул эштәре менән биҙәгән оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемдәре лә атап үтелде: Рәйсә Батталова, Шәмсинур Вилданова, Фазила Суфиянова, Резеда Заһиҙуллина, Лира Ғәзизова, Рәйлә Хәсәнова, Гөлфирә Насированың ҡул эштәре район кимәлендә уҙғарылған күргәҙмәләрҙә лә йыш ҡатнаша.

Ауылды төҙөкләндереүҙә һәр башланғысты яҡлап сыҡҡан, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған ауылдашыбыҙ Марат Фәйзуллин "Ауыл патриоты”, Сауҡаҡыуыш урамының әүҙем егете Юлай Батыршин “Урамдың актив ойоштороусыһы” исемдәренә лайыҡ булды.

Һәр ауылдың ғорурланырлыҡ, һоҡланғыс кешеләре бар. Байрам ҡунаҡтары араһында арҙаҡлы, сит ерҙә йәшәһәләр ҙә ауылдан ситләшмәгән, ярҙамдарынан ташламаған ауылдаштарыбыҙ бар ине. Улар араһынан байрам ойоштороуҙа күрһәткән матди ярҙамдары өсөн Миниғәфүр Дәминдәр улы Килмәтовҡа, Миниәсҡәт Минәхмәт улы Шәриповҡа, Рөфҡәт Рамазан улы Вәлитовҡа айырым рәхмәт белдерелде.

Ауыл клубының художество етәксеһе Лира Ғәйсәр ҡыҙы Ғәзизованың тырышлығы менән әҙерләнгән концерт номерҙарын халыҡ яратып ҡараны.

Төшкө аштан һуң ҡыҙыҡлы уйындар, спорт ярыштары, һәүәҫкәрҙәр сығышынан ялан яңғырап торҙо. Сағыу бүләктәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ауылдаштарыбыҙ рәхәтләнеп уйнаны, бейене, аралашты, шаярҙы, көлдө.

Был сара һәр кемдең күңелендәге иң нескә ҡылдарын сиртеп, төпкә йәшеренгән һағышын баҫты, осрашыуға сарсаған туғандарҙы, һабаҡташтарҙы күрештерҙе. Әҙерлек осоронда килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға көс тапҡан ойоштороусыларға, ауылдаштарға, ауыл биләмәһе хакимиәтенә рәхмәт әйтке килә. Киләһе осрашыуға тиклем, ауылдаштар!

Әлфиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.

Читайте нас: