Ғәйетхан Фәйруз улы Фәйрузов 1917 йылда Бөрө районы Таулар ауылында тыуған. Ғәйетхан Фәйруз улын Сәйетбаба ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Шулай итеп, 1936-1938 йылдарҙа тәүге хеҙмәт юлын Сәйетбаба ете йыллыҡ мәктәбендә башлай.
“Мәктәп ҙур булмаһа ла, мәктәптәге тәүге эшләгән йылдарым миңә ҙур тормош һабаҡтары булды. Мин 3-4-се кластарҙы уҡытыу менән бергә 5-7-се кластарҙа физкультура дәрестәрен алып барҙым һәм ошо дәрестән яҡшы өлгәшкән уҡыусыларҙы бик яҡшы хәтерләйем. Улар: 7-се кластан Ғәфиә Ноғоманова, Фатима Әхмәтшина, Шәрифулла Мәүлетҡолов, башланғыс кластарҙа Мәғәфүр Ғилманов, Лотфулла Байбулдин, Әхмәҙулла Рәхимов һәм башҡалар.
Тик 1938 йылдың 20 ноябрендә Сәйетбабанан китергә тура килде. Сөнки мине хәрби хеҙмәткә алдылар. Колхоз рәйесе Камал Хөснөтдин улы Сәғәҙиев идара аты менән Стәрлетамаҡҡа тиклем оҙаттырып ҡуйҙы. Мине ат менән почтальон Әйүп ағай Ғәниев оҙатып барҙы.
1938 йылдың декабрь аҙағында Алыҫ Көнсығышта Спасск ҡалаһында хәрби хеҙмәт юлын башланым. Мине элемтә эше, радиотелеграфислыҡҡа уҡыттылар, Морзе әлифбаһы буйынса эш итергә өйрәттеләр. Кесе сержант званиеһын биреп, радиотелеграфсы итеп 48-се уҡсылар полкына ебәрҙеләр. 1940 йылдан 1945 йылға тик-лем ВТС (Военно-телеграфная станция) начальнигы булып хеҙмәт иттем. Ҡанлы һуғыш йылдарында өлкән телеграфист булараҡ телеграф аппараты эргәһенән китергә ярамай ине. Бөтә күрһәтмәне теүәл ҡабул итергә, теүәл хәбәр итергә тейешбеҙ, сөнки белешмәләр хәрби эштә бик мөһим. Мәскәү менән бәйләнеште лә теүәл үтәнек. Дошманды үҙ өңөндә дөмөктөрөп, Еңеү менән тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайттыҡ. Мин тура Сәйетбаба ауылына ҡайттым. Уҡытыусыларҙың ғинуар конференцияһынан һуң 1946 йылдың 11 ғинуарында Сәйетбаба урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башланым. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла тырышып уҡыған уҡыусылар Хәмзә Әбсәләмов, Нәфисә Сәғәҙиева, Винер Үтәгәнов, Әхмәт Яҡупов, Барый Исламов, Рим Ҡоломбәтов һәм башҡа бик күптәр үҙҙәре уҡытыусылар булып киттеләр”, - тип яҙған ине үҙенең хәтирәләрендә Ғәйетхан Фәйруз улы.
Һуғыштан һуң үҙенең барлыҡ аңлы ғүмерен Сәйетбаба урта мәктәбе һәм Сәйетбаба ауылы менән бәйләй. Хеҙмәтенең һуңғы йылдарында башланғыс кластарҙа уҡытты. Ғәйетхан Фәйруз улы үҙен тырыш, грамоталы уҡытыусы, үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы итеп таныта.
Башы 50, 51, 53-сө һандарҙа).