-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 11:18

Яугирҙар түшендә сыңлай миҙалдар

Быйыл февраль айында Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты Афғанстан Демократик Республикаһынан сығарылыуға 30 йыл тулып үтһә лә, был яу юлын үткән батырҙарҙы онотоу мөмкин түгел. Районыбыҙҙан Афған һуғышында 224 кеше ҡатнашһа, дүрт яҡташыбыҙ ошо аңлайышһыҙ һуғышта һәләк була. Улар барыһы ла ҡом буранлы афған ерендә ауырлыҡтарға, юғалтыуҙарға ҡарамай, ил алдындағы анттарына тоғро ҡалып, интернационалист бурысын намыҫ менән үтәгән кешеләр.

Йома көндө Ғафури майҙанында локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандарға Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан 73 яугирға иҫтәлекле наградалар - миҙалдар һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ф.Яҡупов исемендәгехәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров иптәштәрен ҡотлап: “Бөгөн шатлыҡлы сараға, иҫтәлекле наградалар тапшырыуға йыйылғанбыҙ. Ошондай маҡсатта күберәк йыйылырға яҙһын. Барығыҙға ла һаулыҡ, һәр саҡ шулай сафта булыуығыҙҙы теләйем. Шулай уҡ бөгөн ейәне тыуыу менән Дмитрий Ҡасимовты ҡотлап үткем килә”, - тине.

Ғафури һәм Ауырғазы райондары буйынса хәрби комиссар ярҙамсыһы Альберт Фәйезов та барыһына ҡоростай сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө теләне.

- Мин һеҙҙе ҡотлауым өсөн сикһеҙ шатмын. Һуғыш ғәрәсәтен күреп, бөгөн матур итеп йәшәүегеҙгә, берҙәм, дуҫ булыуығыҙға һоҡланам. Киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡта, район тормошонда ҡайнап, ғаилә бәхетендә йәшәргә яҙһын, - тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәм 73 яугир-интернационалистың һәр береһенең ҡулын ҡыҫып, тантаналы шарттарҙа Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле миҙалдар тапшырҙы.

Сараны район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Эльвира Насирова йәнле итеп алып барҙы. Рәмил Ҡотдосовтың ҡурайҙа, Сергей Князевтың саксофонда уйнауы йыйылыусыларға матур бүләк булып яңғыраны. Ә инде Марс Хәйруллиндың йырҙары яугирҙарҙың һағышын таратып, күҙҙәренә йәшәү осҡоно һипте.

Ҡотлауҙарҙан һуң яугир-интернационалистар һәйкәленә сәскәләр һалынды, иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

Эйе, күпме йылдар үтһә лә әсе афған еле телеп үткән яҙмыштар, йөрәк яралары һаман әрней. Уларға шулай ваҡытында күберәк ихтирам һәм иғтибар бирһәк ине. Ауыл хакимиәте башлыҡтары ошондай сараларға уларҙы килтереп, алып ҡайтыу хәстәрлеген үҙҙәренә алһа, был да ҙур хөрмәт булыр ине. Арабыҙҙа шундай ҡаһарман ир-егеттәребеҙ булыуы үҙе ғорурлыҡ бит.


Читайте нас: