Был агротехник алым сәсеүлектәрҙе сүп үләндәренән, ҡоротҡостарҙан арындырып, таҙа культуралар үҫтереп алыуға ыңғай шарттар тыуҙыра. Сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү өсөн иң яҡшы һауа торошо – тымыҡ, аяҙ көн, сөнки ямғыр – йыуа, ел – осора, ҡояш – киптерә. Шуға ла уңайлы мәлде тура килтереү мөһим.
“Урожай” хужалығы баҫыуҙарында “Белорус”та йөрөгән Рушат Хисмәтуллин да матур көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалыу өсөн тырышып эшләй. “Был баҫыуҙы көн тура килгәндә өлгөрҙөк, хәҙер сөгөлдөр яланын яңынан эшкәртергә төшөргә кәрәк”, - ти ул. Ә инде баҫыу эшенең нескәлектәрен ныҡлы белгән Әнүр Мифтахов “КамАЗ” машинаһында һыу менән тәьмин итеп, эш барышын күҙәтеп тора.
Эйе, тырышлыҡ һалғанда мул уңышҡа дәғүә итеп булғанын механизаторҙар яҡшы аңлай. Түккән көстөң файҙаһын күрергә яҙһын.