+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 11:18

Беҙ Питерға барғанда...

Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы һаналған Санкт-Петербург ҡалаһында үткәрелә килгән Һабантуйҙың бер быуатлыҡ тарихы бар. Быйыл унда Башҡортостан исеменән ҡатнашыу бәхете ғафуриҙарға тейҙе. 65 кешенән торған делегация республикабыҙға бүленгән майҙанға башҡорт ихатаһы төҙөү, йыһазландырыу, биҙәү, үҙ ерлегендәге миллилекте сағылдырыу, ҡыҫҡаһы, башҡорт мөхите булдырыу өсөн сәфәргә юлланды.

Ике тәүлек буйына Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәре аша үтеп, ҡайҙа фәһем алдыҡ, ҡайҙа шөкөр ҡылдыҡ. Төньяҡ баш ҡаланы күпме генә болоҡһоу, һалҡын, дымлы тип тасуирламаһындар, беҙҙе ул салт аяҙ көндәр, аҡ төндәр менән ҡаршыланы. Ҡаланан 7 саҡрымда урынлашҡан Токсово ауылында йәшәп, Энколово ҡасабаһындағы паркка эшкә йөрөнөк. Ихатаны кәртәләү, тирмәләр, палаткалар ҡороу, ҡатмарлы семәрле ҡапҡа урынлаштырыу, 12 м бейеклегендәге ҡурай символы күтәреү, флагштоктар, баннерҙар ҡуйыу кеүек эштәр менән төнгө сәғәт 1 етеүе һиҙелмәй ҙә ҡала. Килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының боронғо көнкүреше, милли ризыҡтары, ҡулланма сәнғәт өлгөләре, мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында уйланылған оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, концерт номерҙары өсөн нисә тиҫтәләгән кеше йән атты.

Билдәләнгән көндө БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Р.Р.Ишмөхәмәтов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы төп ҡапҡа янында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко, Санкт-Петербург губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Беглов, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин, татар милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рәис Йәркәйев һ.б. ҡунаҡтар башҡорт этноауылы менән ҡыҙыҡһынып танышты. Тамырҙары Башҡортостанға барып тоташҡан күп питерлылар булды байрамда. Уларға буҙа эшләү (Гөлшат Вәлиева), ҡымыҙ бешеү (Гөлназ Рахманғолова), ҡорот баҫыу (Гөлирә Мәхмүтова), сихәт биреүсе үлән сәйҙәре әҙерләү (Рәзилә Зөбәйҙуллина, Рәмилә Мәхмүтова), ҡурмас ҡурыу (Мәҙинә Байбулдина, Рәүилә Лоҡманова) буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә был ризыҡ-эсемлектәрҙе тәмләү, һатып алыу мөмкинлеге сыҡты. Һунарсы-балыҡсы-яугир тирмәһе янында атай-олатаһының умартасылар нәҫелен дауам итеүсе Салауат Фәйрүзов ҡына ҡырҡып бал һурҙырыу, данлыҡлы ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов ҡурай эшләп уйнау, башҡа халыҡ музыка ҡоралдарында (думбыра, дөңгөр, ҡумыҙ, хайран, ҡыл-ҡумыҙ, таштояҡ) әле генә өзләү буйын-са халыҡ-ара бәйгелә икенсе урын яулаған Данир Мәсәлимов, йәйәнән сәпкә уҡ атыуҙы мәргән Илшат Хәбибуллин башҡорт ир-егеттәренең шөғөлдәре менән таныштырҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының көнкүреше, эш-шөғөлдәре, ҡорал-ҡорамалдары, әҙерләгән аш-һыуҙары күрһәтелгән тирмә янында халыҡ кәсептәре оҫтаһы Рабиға Йәрмиева туҡыу станогында аҫалы балаҫ, буй балаҫ һуғыу, Юлиә Хәсәнова мамыҡ шәл бәйләү серҙәрен асып бирҙе, традицион һәм стилләштерелгән биҙәүестәрҙе Лилиә Күскилдина һәм Рәйлә Сабитова тәҡдим итте. Теләүселәр шәхси эшҡыуарҙар Фомин һәм Р.Г.Мырҙағолов, шулай уҡ “М.Р.Шаймарҙанов”, “Күркәм дөйәғоштар” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Красноусол” шифаханаһы етештергән продукцияны һатып алып ҡыуанды.

Сәхнәлә “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Г.Байбулдина), “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе А.Буранова), Р.Ҡотдосов, Ф.Ғәлин, Ҡ.Ишбулдин, Д.Мәсәлимов, Р.Хәбибуллина һ.б. таланттар башҡарыуында зауыҡлы концерт номерҙары тамашасыларҙы дәртләндерҙе. Анжела Зиннур ҡыҙы Ғарифуллина етәкселегендә ашнаҡсылар Әлфинә менән Миләүшәнең районыбыҙҙан барған команданы төрләндереп, тәмле аш-һыу әҙерләп һыйлап тороуына һәр кем рәхмәтле булды.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй, дөйөм эш өсөн янып, көсөн-ваҡытын, дәртен-һәләтен һалған олоһо-кесеһенең хеҙмәте бушҡа китмәне - ғафуриҙарға һоҡланып, күп рәхмәттәр уҡып тағы саҡырып ҡалдылар. Беҙ ҙә үҙ-ара аралашып, дуҫлашып, эҫенешеп киткәйнек. Бөйөк Петрҙың һөйөклө ҡалаһы аҡ төндәр һәм дуҫлыҡ төйәге булып иҫтә ҡалыр инде...

Рәйлә САБИТОВА.

Сәйетбаба ауылы.

Читайте нас: