Йорт ихаталарын һәм подъездарҙы реконструкциялауҙы күҙ уңында тотҡан был программа буйынса район үҙәге Красноусолда ла эштәр дәррәү бара. Йортта йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышынан һуң программаға ингән Калмыков урамындағы 9-сы һанлы йорттоң ихатаһы бик насар хәлдә булған. Асфальт түшәлгән ихата әлеге көндә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Юл төҙөү-ремонтлау идаралығының баш инженеры Эдуард Бохармәтов әйтеүенсә, тәүҙә ерҙе тигеҙләп грунт һалып тығыҙлағандар, уның өҫтөнә ҡырсын-таш түшәгәндәр, ситләтеп тимер-бетон бордюрҙар урынлаштырғандан һуң асфальт түшәгәндәр. Ихатала 2 эскәмйә, 2 сүп-сар һауыты, 1 контейнер ҡуйыласаҡ, 1 электр бағанаһы ултыртылып, яҡтыртыласаҡ. Баш инженер бар эштәрҙе үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыуға күп көс һалған мастер Ирек Стукалов, бригадир Сергей Федосеев, асфальт һалыу машинаһында эшләгән Сергей Федоров, каток водителе Наил Бәхтийәровты, асфальт ташып өлгөртөп тороусы “Камаз” водителдәре Рәфит Ғәлиев менән Салауат Ғайсаровты маҡтап телгә алды.
Район үҙәгендә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү дауам итә. Әле эштәр К.Маркс урамының 3-сө, 5-се, Соҡор урамының 2-се һанлы йорт ихаталарында бара. Артабан ошо программаға ингән башҡа йорт ихаталары ла төҙөкләндереләсәк.