+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 11:41

Кисә генә кеүек барыһы...

Заман ауырлыҡтары сыныҡтырған өлкәндәргә ҡарап таң ҡалырлыҡ. Татар Саскүле ауылында йәшәүсе Зәүиә Баһауетдин ҡыҙы Шәмсетдинова ла тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп кисергән, аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңендә татыған кешеләрҙең береһе.

1932 йылда Ҡотлоғужа ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, 13 йәштән һауынсы ла булып эшләгән, уҡырға ла йөрөгән, ниндәй эш була ҡолас йәйеп эшләгән. Татар Саскүле ауылына 30 йәштә Әнүәрбәк исемле егеткә кейәүгә сығып, матур тормош ҡоралар. Ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Зәлиә ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Улдары Әмир өй һалып, ғаиләһе менән матур итеп йәшәп ятҡанда мәрхүм булған. Әсә кеше өсөн әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡыйын булһа ла, был ҡайғыны эш менән баҫырға тырышҡан. Йәй көндәре ҡыҙы көтөп алынған ҡунаҡ булһа, башҡа ваҡытта килене ярҙам итеп, күҙ-ҡолаҡ булып тора.

Көҙгө-ҡышҡы оҙон көндәрҙә ҡул эштәре менән булып күңелен йыуата. Үткәндәрен кисә генә булған кеүек хәтерләп иҫкә ала ул.

- Әнүәрбәк етем генә булһа ла, бигерәк һәйбәт кеше ине, матур тормош көттөк. Иң тәүҙә һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләнем, ул бөтөрөлгәс, һарыҡ, сусҡа ҡараным, сөгөлдөрҙә лә эшләнем, - тип хәтер ебен тағата Зәүиә Баһауетдин ҡыҙы.

Эшләгән эшенән ҡәнәғәт бөгөн хеҙмәт ветераны. Ул 1985 йылда Коммунистик хеҙмәт ударнигы, Еңеү миҙалдары һәм бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ кеше лә.

Эйе, бер ғүмергә һыйған хәсрәттәрҙе, һағыш-һыҙланыуҙарҙы һөйләп китһәң, һуштан яҙырлыҡ. Бала, үҫмер саҡтарын һуғыш “йотҡан” Зәүиә апай кеүектәрҙең һәр саҡ алға ҡарап йәшәй белеүенә һоҡланып ҡуйҙым. Килеп инеү менән ихласлығы күңелде арбаны. Сәй ҡуя һалып, тәм-томон да өҫтәлгә теҙеп ултыртты, изге доғаһын да уҡып алды. Тормоштан йәм табып, ысын кеше булып ҡала белгәндәргә һоҡланмау мөмкин түгел шул. Киләсәктә лә йән-тән сихәтендә, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәргә яҙһын һеҙгә, Зәүиә Баһауетдин ҡыҙы.


Читайте нас: