+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 11:22

Осрашырға яҙһын байрамдарҙа

Билдәләнгән ваҡытҡаТүбәнге Ташбүкән ауылының көньяҡ осондағы Аҡкөсөк тауына халыҡ ағыла башланы. Күңелле осрашыуҙар, күрешеүҙәр - шатлыҡтан хатта күҙҙәргә йәштәр тулды был минуттарҙа. Күптән күрешмәгән һабаҡташтар, күршеләр, дуҫтар һәм туғандар осрашты был байрамда.

Алып барыусылар әсәле-ҡыҙлы Роза һәм Гөлгөнә Кәримовалар ауылдаштарҙы сәләмләп байрамды асыҡ тип иғлан иттеләр. Матур сараны башлау алдынан райондың имам-мөхтәсибе урынбаҫары Рәшит Сөләймәнов Ҡөрьән уҡып, байрамға фатихаһын бирҙе. Шулай уҡ ҡурғашлыларға һәм Ташбүкән ауылының әүҙем кешеләренә мәсеттәрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа, зыяраттарҙы кәртәләп, тәртиптә тотоуҙағы әүҙемлектәре өсөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Рәхмәт хаттарын тапшырып китте.

Сәхнәгә ауылдашыбыҙ Рауил Мөлөков сығып, Рәмил Ғимрани ижад иткән “Ташбүкәнем” йырын йырлап ебәргәс, был йырҙы һәр кем ҙур тулҡынланыу һәм шул уҡ ваҡытта ауылыбыҙ өсөн ғорурлыҡ итеп ҡабул итте. Артабан һүҙ ауыл хакимиәте башлығы Гөлназ Хәким ҡыҙы Азимоваға бирелде. Ул да ауылдаштарҙы тәбрикләп, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе һәм Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте. Байрам шатлығын беҙҙең менән уртаҡлашырға муниципаль район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Русское радио” хеҙмәткәре Ольга Ивановна Иванова, районыбыҙ сәсәниәһе, ауылыбыҙ килене Фәүзиә Ҡотлогилдина килгән ине.

Байрам сценарийы бик матур төҙөлгән, төрлө номинацияларҙа бүләкләү, рәхмәт һүҙҙәрен еткереү үҙешмәкәр артистарҙың сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Ишембай ҡалаһынан ауылдашыбыҙ Зимфир Мөхәмәтшиндың, Өфө ҡалаһынан талантлы ҡыҙыбыҙ, билдәле алып барыусы, йырҙар авторы Светлана Сөләймәнованың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Номинацияларға килгәндә, "Ауылдың иң оло кешеһе" тип Миңлебикә Фәхретдинова, "Иң йәш кеше" - 4 июлдә генә донъяға килгән Лена Әһлиуллинаның ҡыҙы танылды. "Матур ихата" хужалары булараҡ Сәриә һәм Рәжәп Йәнтүриндар, Нәғимә һәм Рәмил Мөхәмәтйәновтар, Роза һәм Юлай Ибәтуллиндар, Әлфиә һәм Ғәйсәр Әбелғатиндар, Маһира һәм Миңнур Кәримовтар, Гөлбаныу һәм Мөхтәр Ҡотовтар, Рәмилә һәм Әхәт Зәйнуллиндар, Ғәйшә һәм Фәрит Насировтар; "Оло парҙар" тип Альбина һәм Вафир Мөхәмәтшиндар, Миңлебикә һәм Әхтәм Фәхретдиновтар, Шәмсиә һәм Әмир Йәнтүриндар, Людмила һәм Рафил Мәүлетовтар, Асия һәм Мөғәттәр Ҡотовтар, Мәҙинә һәм Зәки Кейекбаевтар; "Ағинәйҙәр" тип хөрмәтле әсәйҙәр - Кәбирә Булатова, Рәйсә Баймырҙина, Гөлниса Сабирова, Наилә Бәхтейәрова, Фәниә Ғүмәрова, Тәзкирә Булатова, Мәклүфә Мөхәмәтйәнова, Гөлсирә Мөхәмәҙиева, Зәкиә Ҡотова, Хәлимә Кәримова, Тәслимә Ибәтуллина, Хәбирә Ҡотова, Гөлсөм Батталова; "Күп балалы ғаилә" булараҡ Үрге Ташбүкән ауылынан биш бала тәрбиәләүсе Миләүшә һәм Радик Хөсәйеновтар; "Иң күп мал ҡараусы ғаилә" - Эльвира һәм Фәнил Йәнтүриндар; "Тормош ауырлыҡтарына бирешмәүсе ғаилә" - Юлай Вәлиев, Зәлиә Нуриева, Зөлфиә һәм Тимербай Закировтар, Фәүзиә һәм Салауат Ишҡоловтар; "Ауылдың иң шәп һатыусыһы" тип Минизам Булатов билдәләп үтелде.

Байрам сараһы спорт ярыштары, ҡыҙыҡлы уйындар менән дауам итте. Бүләктәр мул алынған ине, балалар төрлө ярыштарҙа ҡатнашып кинәнде. Ихласлап бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, ойоштороу эштәрендә бергәләшкән һәр кемгә ҙур рәхмәт! Байрам бик матур, бәлә-ҡазаһыҙ үтте. Ошолай матур байрамдарҙа осрашып, күңелле, берҙәм итеп йәшәргә яҙһын, хөрмәтле ауылдаштар!

Роза КӘРИМОВА,

Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Читайте нас: