+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 11:38

Рәхмәт минең халҡыма!

28-29 июндә Салауат районында үткән “Салауат йыйыны” байрамына Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбенән өс сәсәниә - Фәүзиә Ҡотлогилдина, Рима Рафиҡова һәм Лилиә Миниязова ҡатнаштыҡ.Ошо уҡ йыйын эсендә үткәрелгән “Салауат батыры” бәйгеһендә районыбыҙ данын яҡларға Красно-усол егете Альберт Мәүлетҡолов та барҙы.

Барған көндө беҙҙе Салауат районының иҫтәлекле урындарына экскурсияға йөрөттөләр.Салауат Юлаевтың йорт-музейында, уның тыуған ауылы Тәкәйҙә, Ҡорғаҙаҡ шарлауығында, Янғантау шифаханаһында, Иҙрис мәмерйәһендә булдыҡ, бейек ҡаяларына артылдыҡ, Йөрүҙән йылғаһына һоҡландыҡ. Ә иртәгәһенә Салауат йыйынында Интернетта өс ай буйы дауам иткән “Салауат әйтеше” бәйгеһендә финалға сыҡҡан сәсән-сәсәниәләр сәхнәлә көс һынаштыҡ, һәр кем үҙ ижады менән таныштырҙы. Фларис Ғайсин - Аҡйегет сәсән етәкселегендә Салауат районы сәсәндәренең эшен күрҙек, ололарҙың үҙ арттарынан йәш балаларҙы ла эйәртеүен күреп шатландыҡ. Интернет аша таныш сәсән-сәсәниәләр менән күрешеүҙөң бәхетен аңлатып бирерлек тә түгел! Салауат батырыбыҙҙың тыуған яғынан матур тәьҫораттар һәм һәр кем үҙе лайыҡ булған бүләктәребеҙҙе алып, ҡанатланып ҡайттыҡ!

Мин Салауат йыйынынан “Халыҡ сәсәне” исеменә лайыҡ булып ҡайттым. Ошондай уҡ Диплом Фларис Ғайсин - Аҡйегет сәсәнгә лә бирелде, ул етәкләгән Салауат районы Сәсәндәр мәктәбе лә Халыҡ Сәсәндәр мәктәбе исеменә лайыҡ булды. Халыҡ ижады үҙәге минең Интернет бәйгеләрҙә ойоштороусы-әйҙәүсе булыуымды баһалап Рәхмәт хаты тапшырҙы. Рима Рафиҡова – Шәмсибикә сәсәниәбеҙ “Сәсәнлек традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға тос өлөш индергән өсөн” махсус бүләккә, ә Лилиә Миниязова – Көнбикә сәсәниә 3-сө урынға лайыҡ булды. Альберт Мәүлетҡолов иһә “Салауат батыры” бәйгеһендә “Иң мәргән уҡсы” булып танылды.

Фәүзиә Ҡотлогилдина -

АЛТЫНБИКӘ сәсәниә,

Ғафури районы сәсәндәр мәктәбе етәксеһе.

Читайте нас: