-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 11:25

Һәр кемгә кәрәкле хеҙмәт

Почта һәр кешегә кәрәкле хеҙмәттәрҙең береһе булып тора. Уларҙың эше - халыҡ менән эшләү. Шуға ла был эштә алсаҡлыҡ, кеше менән уртаҡ тел таба белеү төп шарт. Бурлы почта бүлексәһе начальнигы Нәфисә Йосоп ҡыҙы Ихсанова был эштә ике йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, планды үтәүе менән маҡтауға лайыҡ, халыҡ та ҡәнәғәт.

Нәфисә Ихсановаға был эш ят түгел. Уның әсәһе Хәҙисә Ғариф ҡыҙы күп йылдар почтальон булып эшләгән кеше. Әле лә гәзит уҡырға ярата, ҡыҙына кәңәштәре менән ярҙам итә.

- Байтаҡ йылдар мәктәптә төрлө эштәрҙә, ике йылдан артыҡ Себерҙә эшләп алдым. Элекке почта начальнигы Ләлә Әнүәр ҡыҙы Хисаметдинова: “Сит ерҙә йөрөмә, ҡайт, әсәйең янында булырһың”, - тип өгөтләгәс, эшләп ҡарарға булдым. Эш башлағанда уның ярҙамы ҙур булды, ҡыйынлыҡтарҙы еңергә, ваҡ-төйәк нескәлектәренә өйрәтте. Төрлө саҡтар була, тормош иптәшем Ринаттың, ҡыҙымдың ярҙамын тойоп эшләйем. Почтальондар менән берҙәм, татыубыҙ, шуға ла эш алға бара тип уйлайым. Талбазы почтаһы ла үҙ ярҙамынан ҡалдырмай. Бүлексәгә ремонт көтәбеҙ, - ти Нәфисә Йосоп ҡыҙы.

Эйе, почтальондар уның төп ярҙамсылары. Егерме йылға яҡын эшләгән Гөлфиә Винер ҡыҙы Ғиззәтуллинаға Бурлыла 4 урам һәм Ҡормантау ауылы, ун йылдан артыҡ хеҙмәт юлы үткән Рима Рәмил ҡыҙы Зәйнуллинаға Бурлыла 2 урам һәм Яугилде, Ерек ауылдары, октябрҙән эш башлаған Гөлдәр Илдар ҡыҙы Фәтҡуллинаға Бурлыла 3 урам һәм Байымбәт ауылы беркетелгән. Улар гәзит-журналдарға яҙҙырыу, таратыу, хаттар һәм башҡа төр хеҙмәттәр, пенсия, пособиеларҙы үҙ ваҡытында алып барып еткереп, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән, күңел биреп башҡарыусылар. Юҡҡа ғына ошо хеҙмәт кешеләренә: “Почтальон алып килә лә, почтальон хәбәр итә”, тигән йыр сығармағандарҙыр инде.

Почта бүлек-сәһендә коммуналь түләүҙәр, телефонға аҡса һалыу, банк картаһы ярҙамында төрлө операциялар ҙа башҡарыла. Халыҡ мәнфәғәте өсөн кәрәк булған был хеҙмәттә кеше менән уртаҡ тел таба белеү мөһим. Уларға еңел булмаған, яуаплы эштәрендә уңыштар, киләсәктә лә берҙәм булып, матбуғат баҫмалары менән һәр береһен дуҫлаштырып, шатланып эшләүҙәрен теләргә генә ҡала.


Читайте нас: