+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 11:34

Татыу ғаилә – ил күрке

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Рәсәйҙә 2008 йылдан башлап, 8 июлдә, ирле-ҡатынлы изгеләр – Муром кенәзе Петр менән Февронияның хәтер көнөндә билдәләнә. Берҙәм һәм татыу ғаилә – ил күрке, йәмғиәт нигеҙе. Район мәҙәниәт һарайында тап ошо көндә ҡауышҡан һәм төрлө туйҙарын билдәләүсе күркәм ғаиләләрҙе ҡотлау тантанаһы булып үтте.

Байрамса матур итеп биҙәлгән бәләкәй залда сараны алып барыусылар Лиана Муллагилдина менән Фәнзил Ғәлин ғаилә парҙарын бер-бер артлы түргә саҡырып, улар ап-аҡ ултырғыстарҙа урын ала.

Биш йыл бергә йәшәгән Маргарита Сергеевна менән Рөстәм Миңнулла улы үҙҙәренең ағас туйҙарын билдәләй. Улар бер ул – Эрнест һәм ҡыҙҙары Лияны үҫтерәләр. Шулай уҡ Гөлназ һәм Ринат Мирхәйҙәровтар ҙа биш йыл бергә йәшәү дәүерендә тамырҙарын төпкә тармаҡландырып, Тимур, Рифат улдары, Әлфиә ҡыҙҙары менән матур итеп йәшәп яталар. Ә инде ҡурғаш туйҙарын билдәләүсе Динара һәм Рәдиф Әхмәдовтар 10 йыл эсендә өй һалып, өс балаға – Рамазан, Данияр, Нурияға ғүмер бүләк иткәндәр. 17 июндә Нурсилә һәм Дим Вәлиевтар үҙҙәренең көмөш туйҙарын билдәләгән. Был ғаиләлә ҡыҙҙары Азалия, улдары Арыҫлан ата-әсәһенән өлгө алып үҫә. Земфира һәм Риф Байғужиндарҙың ғаилә стажы 40 йыл. Һоҡланғыс, башҡаларға өлгө булып торған ошо ғаилә усағында тәртипле, тәрбиәле өс бала үҫкән. Әлеге көндә биш ейәнгә өләсәй-олатай ҙа улар. Ғилминур һәм Рәмиз Моратовтар хәҙер инде ярты быуат бергә йәшәп, бер-береһенең тын алышын аңлап, бер йән булып йәшәгән кешеләр. Улар ике бала тәрбиәләп-үҫтереп, хәҙер алтын туйҙарын алты ейәнгә, бер бүләсәргә өләсәй-олатай булып ҡаршылайҙар. Вера Николаевна менән Владимир Александрович Афанасьевтар ҙа ҡулға-ҡул тотоношоп алтын туйҙарына еткән парҙар. Дүрт ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, бөгөнгө көндә 13 ейәнде, 2 бүләсәрҙе һөйөп йәшәйҙәр. Вера Николаевнаның был көндә тыуған көнө лә икән. Ул аҡ ҡалфаҡ тағып, йәмле итеп килгән. Балалары ла уны сәскәләргә күмде.

Ғаилә парҙарын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Сәйфуллина, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе етәксеһе Альбина Ғәзизова тәбрикләп, Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр, сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.

Яҡут туйҙарын билдәләүсе һоҡланғыс пар - Земфира һәм Риф Байғужиндарға ғаилә байрамының “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тигән иҫтәлекле миҙалы тапшырылды. Улар был сарала һоҡланғыс итеп вальс әйләнеп тә үҙҙәренең пар килгәнлектәрен раҫланылар.

Ромашканың аҡ таждары элек-электән мөхәббәт билдәһе булған. Был байрамда ла ғаилә парҙарына аҡ сәскә гөлләмәләре бүләк ителде.

Сарала Ҡадир Ишбулдин, Лиана Муллагилдина, Альфира һәм Гөлсөм Ғәлиуллиналарҙың, Гөлфирә Бәширова менән Фәнзил Ғәлиндың моңло йырҙары, Сергей Князевтың саксофонда уйнауы матур бүләк булып яңғыраны.

Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт. Ошо кескәй дәүләттәр татыу, бәхетле булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтле, көслө булыр. Мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән үҙ-ара мөнәсәбәт, хеҙмәт һөйөү, балалар тәрбиәләү буйынса башҡаларға үрнәк, һоҡланғыс парҙар булып йәшәргә яҙһын барлыҡ ғаиләләргә.


Читайте нас: