+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 11:19

Бәхеткә юл һалып

Тирә-яҡҡа илаһи моң һибеп гармун көйө ағыла. Ул Бурлы ауылынан һигеҙенсе тиҫтәне тултырған Ғабдулла Шафиҡ улы Абдрахманов ҡулында айырыуса йәнлелек менән башҡарыла кеүек. Ветеран тормоштоң әсе-сөсөләрен, әрнеү-нәфрәттәрен аҙ күрмәгән, йәшәйеш өсөн кәрәк булған бәхет, хеҙмәт, тәрбиәгә ҡағылышлы серле асҡыстарын да күп белә.

Атаһы 1941 йылдың июль айында һуғышҡа киткәндә уға ике йәш кенә булып ҡала. Ә инде ете ай үтеүгә атаһы һәләк була. Әсәһе Миңниниса 5 бала менән тол ҡалып, ауыр йылдарҙы үткәрә. Үҙәк өҙгөс ошо осорҙо оноторлоҡмо ни?! Шулай булһа ла 1946 йылдың көҙөндә Ғабдулла Абдрахманов уҡырға төшә. Башта уртаса ғына уҡыһа ла, 6-сы кластан яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Иң оло ағаһы һуғыштан һуң Өфө төҙөлөш техникумын тамамлағас, 1950 йылда уны Польшаға эшкә ебәрәләр. Бер ялға ҡайтҡанында Мәскәүҙән 2 рәтле хромка гармун да алып ҡайта. 1953 йылдың йәйендә Өфөнән музыкаға һәләте булған балаларҙы йыйып йөрөгән белгестәр уға ла киләләр. Ауылдың ауыр тормошон күреп үҫкән үҫмер, ошо ерҙә файҙалы кеше булырға теләп, был тәҡдимдән баш тарта. Гармунсы булғас уҡыу йылдарында концерттар ҡуйып, хатта уҡытыусыларын да йырлатып-бейетеп, һуғыштан ҡайтҡан фронтовиктар мәжлестәргә саҡырһа, уларҙың да күңелен күрә.

1953 йылдың көҙөндә һалдат оҙатҡанда Хәлиҙә тигән ҡыҙ, зәңгәр күҙле егеттең моңло итеп гармун уйнауына шаҡ ҡата, егет күңеленә лә ҡыҙ кереп ҡала. Икенсе бер аулаҡта улар бергә осрашып, һөйләшеп китәләр. Ҡыҙ 7-се, егет 8-се класта уҡыған була. Уларҙың дуҫлығы шулай башлана. 10-сы класты тамамлағас Ғабдулла Шафиҡ улы техник училищела электрик һөнәре алғас ике йыл заводта эшләй. Йәш ҡыҙ Салауат ҡалаһындағы индустрия техникумына уҡырға керә. Бер-береһенән айырым уҙған йылдар хат аша һөйләшеүҙәр, айҙар аша осрашыуҙар менән дауам итә.

1960 йылда ҡыҙ уҡыуын тамамлағас Өфөгә йүнәлтмә алып эшкә килә. Дуҫлашып йөрөүгә ете йыл тигәндә егет менән ҡыҙ бергә булырға ҡарар итеп, бар тереклек йәшеллеккә төрөнгән май айында

ауылда туй яһап ҡауышалар. Ләкин оҙаҡ бергә булырға тура килмәй, июль башында егетте армияға алалар. Тағын өс йыл ярым хат аша һөйләшеүҙәр башлана. Уларҙың хаттары әле лә һаҡлана. Бына береһенән өҙөк: “Ғабдулла, мин үҙемде тик һинең менән бергә булһам ғына бәхетле тип һанайым. Миңә бер ниндәй байлыҡ та, матурлыҡ та кәрәк түгел, тик һин, Ғабдуллам, һин кәрәк, аңлайһыңмы? Нисә йылдар һинең хатыңды көтөп кенә йәшәйем бит. Мин үҙемде һинең өсөн генә тыуғанмын һәм һинең өсөн генә йәшәйем тип иҫәпләйем”.

Армия сафында самолетта бортрадист булып хеҙмәт итеүсе Ғабдулла Шафиҡ улы гел алдынғылар рәтендә була. Улының тыуыу телеграммаһын да һауала саҡта иптәштәре асыҡ радиограмма аша еткерәләр. Былай ҙа һауала осоп йөрөгән егет, тағы ла күктең етенсе ҡатына менә. Армиянан һуң бергә йәшәй башлап, Ғабдулла Шафиҡ улы ауыл хужалығы институтын, Хәлиҙә апай педагогия училищеһын тамамлай. Атай кеше уҡыу менән бер рәттән вагон бушатып та, йәйге каникулға ҡайтҡанда тракторҙа, комбайнда эшләп тә аҡса таба. Ҡулына ҡыҙыл диплом алған белгес 1968 йылда тыуған ауылындағы “Ленинизм” колхозында инженер булып эш башлай. Ҡатыны мәктәпкә уҡытыусы булып урынлаша. 1978 йылдан Ғабдулла Абдрахманов бер нисә йыл “Еҙем” колхозы рәйесе, дүрт йыл Бурлы ауыл хакимиәте башлығы ла булып эшләй. Күп йылдар мәктәптә физика фәнен дә уҡыта, тәрбиә эштәрен дә алып бара. Хәҙер 15 йыл инде Бурлы ауылы биләмәһенең ветерандар советы рәйесе булып тора. Тормош иптәше менән бергә йәшәү йылдарында бер-бер артлы дүрт ул - Илгиз, Илдус, Илшат, Эльфаҡҡа, бер ҡыҙ – Резидаға ғүмер биреп, хеҙмәткә өйрәтеп, тәүфиҡлы, тәртипле итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тик бер йыл элек тормош иптәше Хәлиҙә апай вафат булған. Ғабдулла Шафиҡ улы балалары, Рәйлә, Ғәлиә, Эльвира, Гөлнара килендәре, Фаил кейәүе, 12 ейән-ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәре менән береһен ҡаршы алып, икенсеһенә ҡунаҡҡа барып йәшәп ята. Күршеһендә генә Эльмир ейәне Лилиә килене менән өй һала башлағандар. Һағышланған мәлдәрендә бер-бер артлы алыштырып тальян, саратский, хромка гармундарын ҡулына ала, 65 йыл һаҡланған һөйөү тулы хаттарҙы уҡып күңел йыуата.

Хужаның ниндәйлеге ҡапҡаһынан күренә тигәндәй, әле лә тик ятмай тынғыһыҙ ветеран, кер йыуыу машинаһының тәгәрмәсенән асырға уңайлы булһын өсөн ҡапҡаһына матур итеп ҡулайлама ла эшләп ҡуйған. 70 йәштән һуң тракторын ейәненә тапшырып, хәҙер өйрәтеп, кәңәштәр менән ярҙам итә.

- Беҙ һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ынтылдыҡ, бер-беребеҙгә ышанып, яратышып йәшәнек. Бары тырышлыҡ, күңел биреп эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшергә була. Тыуған ереңде, иптәшеңде яратыу кәрәк. Ошо ике тойғо кешене көслө, бәхетле итә, - тип иҫәпләй олпат ил ағаһы.

Йәшәйеште аңлау, тормошто яратыу, бәхетте яулау өсөн дә рухи көс, хеҙмәт һөйөү, ауырлыҡтарҙы еңә белеү кәрәк. Ғабдулла Шафиҡ улы эсеү, тартыу менән ғүмер буйы дуҫ түгел. Балаларына ла был ғәҙәтте керетмәгән. Саңғыла йөрөргә ярата. Уның менән аралашҡанда донъяла иң ҙур бәхет тойғоларын мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, хеҙмәт биргәненә төшөндөк. Ә инде күңеленән урғылып сыҡҡан моң гармун телдәре аша бар йыһанды нурға сорнап алыҫтарға тарала, йәшәү йәме бирә.


Читайте нас: