Юлыҡ ауылында Рәйфә менән Камил Хәсәновтарҙың ғаиләһендә 7-се бала булып тыуып үҫкән Рафаэль 1986 йылда 10-сы класты яҡшы билдәләргә тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тип уйлап тормай. Документтарын күптән ҡарар иткән Өфө дәүләт медицина институтына тапшыра һәм имтихандарҙы уңышлы биреп, дауалау бүлегендә уҡый башлай. Икенсе курсты тамамлағас Архангел өлкәһендә һалдат һурпаһы ла эсеп ала. Бер йылдан һуң уҡыуын тағы ла дауам итә. Баш ҡалабыҙҙағы 21-се дауаханала интернатура, Салауатта практика үтеү уның өсөн ҙур тәжрибә майҙаны була. Ҡулына диплом алған егеткә ҡалала ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, тыуған яҡ көсө тартҡандыр инде, Ғафуриҙа ике урын барлығын әйткәс, 1993 йылда Красноусолға үҙәк район дауаханаһына ҡайтып, табип булып эш башлай. Ә бер йылдан Еҙем-Ҡаран ауылына күсә. Бында баш табип булып эшләүсе Фәрит Мөхтәр улы Мәҡсүтов, Марат Вәлиев, Илһам Мозафаров менән бер төптән эшләп, күп һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.
Ошонда үҙ яртыһын да осрата Рафаэль Камил улы. Өлкән шәфҡәт туташы булып эшләүсе Һабай ауылы ҡыҙы Нурсилә менән бер мәктәптә уҡыһалар ҙа, уны белмәгән була. Ул эшкә килгәнсе бер йыл бында хеҙмәт юлы үтергә өлгөргән, эшкә яуаплы ҡараған, бөтә ерҙә тәртип яратҡан өлкән шәфҡәт туташы эшендә генә түгел, тормошонда ла төп таянысҡа әүерелә. Улар Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы менән 1995 йылдың 30 июнендә туй яһап, гөрләтеп йәшәй башлайҙар. Хәҙер инде оло ҡыҙҙары Диана журналистика һөнәрен һайлап, кейәүҙәре Илнур менән Өфө ҡалаһында йәш ярымлыҡ Каролина исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Айҙар атаһы һөнәрен һайлап, әле дауалау факультетының 3-сө курсында уҡып йөрөй. Быйыл Красноусол башҡорт гимназия-интернатын миҙалға тамамлаған Лиана ҡыҙҙары ла медицина һөнәрен һайламаҡсы. Атай-әсәй өсөн балаларының уңышын күреү үҙе ҙур ҡыуаныс.
- Һәр кемдең үҙенә тәғәйен һөнәре була. Атайым йыш ауырый торғайны, уны дауалайым тигән уй менән бәләкәй саҡтан уҡ доктор булам тип ҡарар иттем. Атайым да, әсәйем дә 1928 йылғылар ине, хәҙер мәрхүмдәр инде. Юлыҡ мәктәбендә биологиянан уҡытҡан Сәмиғулла Ишмырҙин абыйға рәхмәтлемен. Беҙҙең курсташтар, бүлмәләш егеттәр дуҫ булдыҡ, әле лә хәбәрләшеп, осрашып торабыҙ, ниндәй һорауҙар тыуа фекер алышабыҙ. Эшең бу-йынса белемеңде камиллаштырып, уҡып тороу ҙа кәрәк, - ти Рафаэль Камил улы.
Кеше һаулығы һағында һәр саҡ уяу тороу менән бер рәттән ауыл ерендә өй һалып, матур донъя көтөп, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, тәрбиәле балалар үҫтергән Рафаэль Камил улының хеҙмәте, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Һәр кем белемле, иғтибарлы, шәфҡәтле табипҡа мөрәжәғәт итергә тырыша бит. Пациенттың һаулығы, хатта ғүмере туранан-тура уларға бәйләнгәнен ул яҡшы аңлай. “Ауылдағы һәр кемде яҡындан беләһең, шуға күрә нисек ярҙам күрһәтергә, ниндәй дауалау ысулдары тәҡдим итергә кәрәклеген күреп тораһың. Кәрәк икән хирург, кардиолог, педиатр ҙа булырға тура килә. Ауырыуға дөрөҫ дауалау ысулы күрһәтеү – төп шарт”, - ти ул.
Рафаэль Камил улы Еҙем-Ҡаран табиплыҡ амбулаторияһынан тыш Сәйетбаба ауылына ла барып аҙнаһына ике тапҡыр төшкә тиклем ҡабул итеү үткәрә. Ә инде ауырыуҙар таңмы, кисме ҡасан мөрәжәғәт итә - беренсе ярҙам күрһәтергә ашыға. Буш ваҡытында баҡса, умарта ҡарап та күңелен сафландыра. Был һөнәр кешеләренең кейеме генә түгел, күңелдәре лә аҡ булыу мөһим шул. Кешене аяҡҡа баҫтырып, рәхмәт һүҙҙәре ишетеүҙән дә ҙур ҡыуаныс юҡ, тип иҫәпләй табип. Бала саҡ уйын тормошҡа ашырған ир-егет, тағы ла киләсәктә тыуған ауылы яғында өй һалып, шунда һыу инеп, еләк ашап, тыуған ерҙән көс алып, кешеләргә ярҙам итеп йәшәргә тигән хыял да ҡора. Тыуған еренә, хеҙмәтенә тоғро, рухлы шундай кешеләр үҙ эшен генә биҙәп ҡалмай, ауылдың да ҡото, терәге булып тора. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын, Рафаэль Камил улы!