Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 11:15

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлап

11 июлдә район хакимиәтендә ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үтте. Уны БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Александрович Белов, бүлек начальнигы Ләлә Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова, әйҙәүсе белгес-эксперт Элина Венер ҡыҙы Зөлҡәрнәйева, муниципаль район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге етәксеһе Ирина Анатольевна Небогатова уҙғарҙы.

Ҡабул итеүгә үҙ һорауҙары менән 6 кеше мөрәжәғәт итеп, улар тулы һәм аңлатмалы яуап алдылар.

Беренселәрҙән булып килгән шәхси эшҡыуар Ә.Фәйзуллин элекке леспромхоз яғында урынлашҡан икмәкханаға бер километр самаһы юл һалдырыуҙа ярҙам һораны. Белгестәр предприятие продукцияһына һорау бармы-юҡмы икәнлекте, нисә мейес ҡулланылыуы хаҡында белешкәс, был мәсьәләне урындағы етәкселек менән бергәләп хәл итеү кәрәклеген әйтте. Ә инде Красно-усолда йәшәүсе А.Ғәзизова ҡыҙына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Samsung маркалы телефон һатып алыуы, уның параметрҙары, камераның алама булыуы, алыштырырға йәки тапшырырға һатыусыларҙың ризалашмауы хаҡында еткерҙе. Алған көндө иҫәпләмәй 14 көн эсендә оҡшамаған тауарҙы алыштырыу мөмкинлеге барлығын, әгәр ҙә сифатын тикшертеү кәрәк булһа, экспертиза үткәртеп (түләүле) булы-уын ентекле аңлатты белгестәр. Тегеү менән шөғөлләнеүсе бәләкәй бизнес эшҡыуары бер ниндәй ҙә сүп түкмәүенә, сүп-сарға түләү өсөн 800 һум яҙылыуын, боҙолған теген машинаһын һатҡан ерҙә түләүле ремонтҡа ебәртеүҙән баш тартыуҙарын һөйләп үтте. Беренсе һорауға күп эшҡыуарҙар яуап эҙләүен һәм “ЭКО-Сити” йәмғиәте операторҙарын район эшҡыуарҙары менән осраштырып, берәй етди килешеү төҙөү кәрәклеген, был осраҡта ике түләү мөмкинлеге: норматив һәм факт буйынса булыуын һөйләп үттеләр. Икенсе һорауға килгәндә, эҙләгән таба, ҙур ҡалаларҙа теген машиналарын ремонтлаусы етди, сертификаты булған урындар бар, - тип аңлатты белгестәр. Сауҙа менән шөғөлләнеүсе сираттағы эшҡыуар 1 июлдән ғәмәлгә ингән һөт ризыҡтары һәм аяҡ кейемдәре һатыуҙағы үҙгәрештәргә бәйле һорауҙарын бирҙе. “Оҙаҡламай барыһы ла онлайн-кассаға күсеп, электрон ветеринар сертификаты алып ҡына магазиндарҙа һөт тауарҙарын һатыуҙа тәртип урынлаштыра алабыҙ. Ә аяҡ кейемдәрен айырым маркировка булғанда ғына һатыуға ҡуйып буласаҡ”, - тине В.Белов. Ташлы ауылынан Набережная урамында йәшәүсе ир элек китапхана булған йортто алыуы, тик уға газ үткәртә алмауына зарланды. Ҡабул итеүсе белгестәр, был һорау үҙҙәренә ҡағылмаһа ла, ауыл биләмәһе башлығына, газ хеҙмәте идаралығына хәбәр итеп, эштең айышын тикшерҙеләр, һөҙөмтәлә, элекке китапхананы – торлаҡ булмаған бинаны торлаҡ йорт категорияһына әйләндереү өсөн документтарҙы яңынан эшләргә кәрәклеген асыҡланылар.

Эйе, беҙ күп ваҡыт үҙ мәнфәғәтебеҙҙе белмәйбеҙ һәм ошо арҡала ҡаршылыҡтарға осрайбыҙ. Ҡабул итеүҙә һәр мөрәжәғәт итеүсе үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ҡына алып ҡалманы, белгестәр һәр береһенең телефон номерҙарын яҙып алып, хәл ителеү-ителмәү тураһында белешеп торасаҡтарын да әйттеләр. Ҡабул итеүгә килеүселәр белгестәргә рәхмәтле булып таралышты.


Читайте нас: