+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 11:23

Утлы йылдарҙа сыныҡҡан уҡытыусылар5

Миниәхмәт Ишбулды улы Рәхимов 1920 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған. 1945-1946-сы уҡыу йылында һуғыштан II Дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм күп һанлы миҙалдарға лайыҡ булып ҡайтҡан яугир Сәйетбаба урта мәктәбендә математиканан дәрес бирә. Бик тәртипле, кешелекле Миниәхмәт Ишбулды улын коллегалары шаяртып “Михаил Иванович” тип йөрөтә. Артабан яҙмыш уны Татарстан Республикаһына алып китә. Унда Сарман районы Ләке урта мәктәбендә тәүҙә физика-математика уҡытыусыһы була. Белемле, эшкә яуаплы ҡараған уҡытыусы Миниәхмәт Ишбулды улы завуч һәм мәктәп директоры вазифаларын да намыҫ менән башҡара. Ләке урта мәктәбенең белем базаһын яңыртып ҡороу буйынса проект төҙөтөп, яңы мәктәп һалдырыуға өлгәшә. Мәғариф өлкәһендәге уңыштары өсөн Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була. Халыҡ араһында агитмасса эштәре алып бара, халыҡ ихтирамын яулай. Үҙе эшләгән Ләке урта мәктәбендә исемен мәңгеләштереп Миниәхмәт Ишбулды улына таҡтаташ ҡуйылған. Ул 1975 йылда вафат була. Ләке ауылының мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Сәйетмырҙа Мөстәҡим улы Фәйзуллин Сәйетбаба ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡытыусыларҙың иң кәрәкле сағында тәүге уҡытыусыларҙың береһе була. Сәйет Мөстәҡим улы Сәйетбаба мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта. Ауыл халҡы, уҡыусылар, ата-әсәләр уны ихтирам итеп “Сәйет Мөстәҡимович” тип йөрөтәләр ине. Йор һүҙле, бәләкәйерәк буйлы, тынғыһыҙ, еңел һөйәкле Сәйет Мөстәҡим улы аҡыллы уҡытыусы булып хәтерҙә һаҡлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул минең әсәйем Сания Мөхәмәтйән ҡыҙы Фәйзуллина менән бергә башланғыс кластарҙа уҡыта. Сәйетбаба урта мәктәбенең тәүге сығарылыш уҡыусыһы һәм тәүге аттестат алған Сания Мөхәмәтйән ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын алған белгесте уҡытыусы ҡайҙа кәрәк, шунда ебәрәләр. Йөҙимән, Быяла, Ибраһим, Юрмаш ауылдарында ла уҡытырға тура килә уға. Хеҙмәт юлының күп өлөшө Сәйетбаба урта мәктәбендә үтә. 25 йыл педагогик стажы тулғанда 1966 йылда 45 йәшендә генә төҙәлмәҫлек сиргә юлығып, 1980 йылда вафат була.


Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Сәйетбаба ауылы.

(Дауамы бар.

Башы 50, 51, 53, 55-се һандарҙа)

Читайте нас: