Сараға өлкәндәр ныҡлы әҙерлек алып барҙы. Аш-һыуы, уйындары урыны-еренә еткереп әҙерләнде,
яуаплылар бил-дәләнде, һәр өйҙән аҡса йыйып тапшырҙылар, был аҡсаға матур-матур бүләктәр, приздар һатып алдыҡ. Төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәргә инселәп, Факия Ишкина, Әлфәрис Ҡорманғолов – берәр һарыҡ, Ришат Ишкин - кәзә, Мәүлиҙә апай Нәбиуллина әтәс, Мәүлиҙә апай һәм мин үҙем һарыҡ ите бирҙек. «Урожай» ЯСЙ-е менән шәхси эшҡыуар Гөлшат Ситдиҡова ла бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Башҡа ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы, һәр береһе нимә менән булһа ла ярҙам итте. Мәҫәлән, Әхмәт Садиҡов, Илгиз Мырҙаҡаев, Вәкил аттары менән байрам урынына әйбер ташышты, Айгөл Садиҡова, Гөлдәр Усманова аш-һыу әҙерләште, Раушания Мөхәмәтдинованың ярҙамы ла күп булды.
Байрамды балалар түҙемһеҙлек менән көтөп алды һәм уйындарҙа кемуҙарҙан ҡатнашты. Бүләк тәкәләрҙең береһе милли көрәштә еңеүсе Айҙар Фәтҡуллинға, икенсеһе һырғауылға иң етеҙ үрмәләгән Илназ Садиҡовҡа бирелде, ә кәзәне ҡыҙҙар араһында көрәш батыры булып танылған Рузана Намаҙғолова алды. Әтәс иһә, балалар күмәкләп баҫтырып, уны эләктереүсегә булды. Көйәнтәләп һыу ташыу, йомортҡалы ҡалаҡ ҡабып уҙышыу, бүләк ҡырҡыу, тоҡ менән һуғышыу, йүгереү кеүек төрлө уйындар ойошторолдо, бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы.
Байрам күрергә килгән ололар ҙа ситтә ҡалманы, моңло йырсы булып танылған апайҙарыбыҙ сәхнәгә сығып йырланылар. Иң аҙаҡтан ололар ҙа, балалар ҙа аш ашап, самауырҙарҙа ҡайнаған ялан сәйе эсеп, аралашып, матур ял итеп таралышты.
ауыл клубының художество етәксеһе.