+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2019, 17:24

Халыҡ шағирын иҫләп

Районыбыҙҙың Сәсәндәр мәктәбе “Табын” гәзите менән берлектә ололар һәм балалар араһында Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, данлыҡлы яҡташыбыҙ - шағир Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 139 йыл тулыуға арнап шиғыр яҙыусылар бәйгеһе иғлан итте.

Ижади эштәр 25 июлгә тиклем “Табын” гәзите редакцияһында, гәзиттең “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә, шулай уҡ “Бәйләнештә”ге “Сәсән тауышы” төркөмөндә ҡабул ителә. Ололар һәм балалар! Ижади эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!


ҺӘЙКӘЛ ЯНЫНДА

(Конкурстан тыш))

Мәжит ағайымды хәтерләргә

Бөгөн бик күп халыҡ йыйылды,

Ошо мәлдә һәйкәл телгә килеп

Әйтте шағир ағам телендә:

"Сәләм һеҙгә, минең яҡташтарым!

Мин бит тере! Мин бит үлмәнем!

Йәнем һеҙҙең янда... Бары тәнем

Әлеге заманды күрмәне..

Тере булырмын мин иҫләгәндә

Йәшәрмен мин музей-йортомда,

Йылы һыулы Еҙем ағып ятҡан,

Ҡаран шишмә сыҡҡан ауылымда.

Мин йәшәрмен халыҡ күңелендә

Әйткән саҡта минең исемде,

Мин йәшәрмен һеҙҙең күңелдәрҙә

Онотмайса телгә алғанда,

Уҡыусылар шиғырҙарым ятлап,

Шағирҙары шиғыр яҙғанда.

Һәйкәлдәр - ул таш һын ғына түгел,

Һәйкәлдәр ул - халыҡ хәтере!

Хөрмәт менән иҫкә алған саҡта

Һеҙҙең хәтерҙәрҙә мин тере!"

Ишеттем мин Мәжит ағайымдың

Йән түренән сыҡҡан һүҙҙәрен...

Яҙғандары тере, үҙе тере!

Йәнле бөгөн ағам һәйкәле.

Яҡташтарың төбәк йылъяҙмаһын

Йөҙ ҡыҙартмаҫ итеп яҙалар,

Ғафури әләмен юғары тотоп

Ышаныслы алға баралар!

Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ,

Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе.

Читайте нас: