+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2019, 11:16

Ивановкаға газ үтә

Районда күпселек ауылдарға газ үтһә лә, “зәңгәр яғыулыҡ” барып етмәгәндәре лә бар әле. Шул арҡала ғына ла тыуған ерҙәрен ташлап китеүселәр ҙә юҡ түгел.

Аҡкүл ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан Ивановка ҙур булмаһа ла, тигеҙ урында. Ике: Юл буйы һәм Үҙәк урамдарында 20-ләп йорт-ҡура бар. Заманса материалдарҙан эшләнгән матур йорттар ҙа күҙгә ташлана. Ауылда үҫеш, йәшәйеш бар, тимәк.

Газ - ҡулланыуҙа уңайлы булған яғыулыҡ. Әле Ивановка ауылында урам буйлап 3 километр 200 метр оҙонлоҡта 160 мм диаметрлы полиэтилен торбалар һалынып, күмелеп тә ҡуйылған. Быны Ишембай ҡалаһының “Струб” ойошмаһы газ үткәргестәр һуҙыуға адреслы республика инвестиция программаһы буйынса башҡара. Ауылға кергән ерҙә матур итеп газды бүлеп таратыу пункты ла эшләнеп ҡуйылған, беҙ барғанда ойошманың директоры Александр Акшенцев үҙе иптәштәре менән бергә уны буяп йөрөйҙәр ине.

- 20 июндә эш башлаған инек, тағы бер 10 көнлөк эш бар әле. Ямғырҙар ҙа әҙерәк ҡамасауланы. Икенсе бригада өйгә тоташтырыу, монтаж
Читайте нас: