+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2019, 11:23

Сабитов шыршылары

Кеше ғүмере бер миҙгел генә. Кемдәрҙер килә, кемдәрҙер китә тора. Изгелексән, бер ҡатлыраҡ, матур күңеллеләр кешеләр хәтерендә оҙағыраҡ һаҡланыусан, бәғзе берәүҙәре, һыуға төшкән балта кеүек, ҡапыл онотола. Тәбиғәт ҡануны шундайыраҡ...

...Уҙған быуаттың 60-сы йылдары. Ҡурғашлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә гөр килеп эшләп йөрөгән саҡ. Күбеһе йәштәр, арабыҙҙа бер нисә фронтовик уҡытыусы ла бар. Шуларҙың береһе – үҙенең ябайлығы, алсаҡлығы, шул уҡ ваҡытта тура һүҙлелеге, төртмә теллелеге менән айырылып торған Ғайса Сәхи улы Сабитов ине. Юморға ла бай булды ул. Телмәренә Егән буйы һөйләшсәһе хас ине. Сығышы менән Яңҡыҙҡайын ауылынан.

Ғайса Сәхи улы 1941 йылда Мәскәү эргәһендәге хәл иткес ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша, ауыр яраланғас, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм тыуған яҡтарына ҡайтарыла. Мораҡ, Яңҡыҙҡайын мәктәптәрендә хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып эшләй. Яңғыҙҡайын ауылынан әүҙем ауыл хәбәрсеһе, педагогик хеҙмәт ветераны Иҙрис Вәлишин үҙенең “Хәтерҙә ҡалғандар” (“Табын”, №63, 7 август, 2018 йыл) мәҡәләһендә мәктәптә Ғ.Сабитов менән бергә эшләгән осорҙо мәрәкә итеп иҫкә ала: “Директор военрук Ғайса Сабитовтың “Шпион тотоу” тигән дәресенә “яҡшы” билдәһе ҡуйҙы. Ә миңә был дәрес сәхнәһеҙ ҡуйылған матур спектакль булып тойолдо”.

Эйе, автор һөйләгән хәл Ғайса Сәхи улының мәҙәк кенә кеше түгел, дәрестәренең тормошсан булыуын да күрһәтә. Мин белгәндән, ул үҙенең дәрестәрен ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та итеп үткәрә торғайны. Ғөмүмән, тәбиғәттән бирелгән һәләт хас ине уға.

Яҙмыш уны урман яҡтарына килтерә. 50-се йылдарҙың аҙаҡтарында, 60-сы йылдарҙың баштарында Красноусол менән Ҡурғашлы ауылдары араһында ятҡан Төкөн башланғыс мәктәбендә эшләй. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының башҡорт бүлеген тамамлай. Уҡытыусыһы шағир Хәким Ғиләжевты һәр саҡ ихтирам менән иҫкә алыр ине.

1961 йылда леспромхоз асыла. Ҡурғашлыла урман пункты ойошторола башлай. Байтаҡ ауылдарҙан эшселәр күсеп килә. Балалар һаны ҡырҡа арта. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп асыу көн талабына әйләнә. Сахалин (58-се квартал) һигеҙ йыллыҡ мәктәбе базаһы нигеҙендә 1965 йылда Ҡурғашлыла яңы мәктәп эш башлай. Шул уҡ йыл Төкөн башланғыс мәктәбе лә бында ҡушыла. Ғайса Сәхи улы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә физкультура һәм хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Яңы ғына ойошторолған мәктәпте кәртәләүгә, уның уҡытыу-тәжрибә участкаһын булдырыуға ҙур көс һала.

1967 йылда Ғайса Сәхи улы директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай. Туған телдең нескәлектәрен ул уҡыусыларына һеңдерә белде. Ижади дәрестәр үткәреүгә иғтибарҙы көсәйтте. Тәбиғәткә экскурсияға йөрөтөү, һуңынан ижади эштәр яҙҙырыу – уның яратҡан эш алымдарының береһе булды.

Ғайса Сәхиулла улы ағас ултыртырға һәм үҫтерергә яратты. Леспромхоздың ҡырҡылған делянкаларына ағас үҫентеләре ултыртырға һәм тәрбиәләргә мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителә ине. Уҡыусылар тарафынан йөҙҙәрсә гектар ҡырҡылған делянкаларға ҡарағай, шыршы үҫентеләре ултыртылды һәм тәрбиәләнде. Балаларҙы ҡарап эшләтеү өсөн ир-ат уҡытыусылар күберәк йәлеп ителә ине. Иң әүҙемдәрҙең береһе Ғайса Сәхи улы булды, әлбиттә.

Ул осорға ярты быуат ваҡыт үткән. Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ултыртҡан йөҙҙәрсә гектар ылыҫлы ағастар, утрау-утрау булып, армыт-армыт тауҙар араһына таралған һәм, ерҙең йәшел ҡалҡаны булып, тирә-йүнгә ҡөҙрәт һәм йәм биреп ултыралар.

Урман яратҡан уҡытыусы үҙенең йорт баҡсаһы алдына ла ун-ун бишләп төп шыршы ултыртып ҡалдырғайны. Хәҙер йорто ла, баҡсаһы ла юҡ инде. Биш тиҫтә йыл эсендә үҫеп, нығынып алған шыршылар ауылға йәм биреп, күкрәк киреп ултыралар. Был йәшел утрауҙы “Сабитов шыршылары” тип йөрөтәләр ауылда.

Быйыл Ғайса Сәхи улының баҡыйлыҡҡа күсеүенә 25 йыл тула. Мәскәүҙе героик обороналауҙа ҡатнашҡан яугир ҡәберенең ташландыҡ, билдәһеҙ хәлдә ятыуы ғына күңелде әрнетә. Һуң булһа ла, ауыл биләмәһе хакимиәте, урындағы ветерандар советы, хәрби комиссариат аша хәстәрләп, ҡәберенә исем-шәрифе яҙылған таш плита ҡуйҙыртһалар, уҡытыусы-яугир алдындағы бер изге бурыс үтәлер ине.

Хәсән ҠОТОВ.

Ҡурғашлы ауылы.

Читайте нас: