Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш һәм йәшәү тәьминәте бүлеге торлаҡ инспекторы Рузилә Вәлишина әйтеүенсә, К.Маркс урамының 5-се һәм Калмыков урамының 11-се йорттары ҡыйыҡтарын ремонтлауҙы һәм сарҙаҡ япмаһын йылытыуҙы “ТГИ” ЯСЙ-һе субподрядсы ойошмаһы башҡара, генераль подрядсы -“Уралнефтьспецмонтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Әлеге көнгә К.Маркс урамының 5-се йортонда йылытыусы материалдар түшәү, иретмә һалыу тамамланыу өҫтөндә. Калмыков урамындағы йортта әҙерлек эштәренән һуң, төҙөлөш материалдары килтереп ремонтҡа тотонорға торалар.
К.Маркс урамының 3-сө йортон “Стройсервисмонтаж” ЯСЙ-һе алып бара. Бында элекке яҫы ҡыйыҡ урынына сатыр рәүешле яңыһы эшләнә. Тейешле материалдар ваҡытында килтерелгән, эштәр планға ярашлы бара.
Һанап үтелгән күп фатирлы йорттар ҡыйыҡтарын ремонтлауҙы ағымдағы йылдың 3-сө кварталы аҙағына тамамлау күҙаллана.