Республикала йыл һайын уҙғарылған был мәртәбәле сараға ошо зонаға ҡараған райондар белгестәре, агропредприятиелар вәкилдәре, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр һәм ғалимдар үҫемлекселек, малсылыҡ, ауыл хужалығы машиналарының һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтары менән танышасаҡ. Дөйөм алғанда республика-зональ кәңәшмәһенә 22 райондан һәм башҡа төбәктәрҙән 400-ләп тармаҡ белгесе килеүе көтөлә. Кәңәшмә “Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһының Ивановка ауылы эргәһендәге баҫыуҙа үтә.