+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 11:48

="Халыҡ шағирын иҫләп" конкурсына

Ғафури рухы Ситтә йөрөһәм, һорашалар: Бабай, һин килдең ҡайҙан? Ғорурланып яуаплайым: Ғафури ҡитғаһынан! Хәҙер үҙем ҡартайһам да, Бер ҙә ҡартаймай күңел. Эргәмдә, йылмая биреп, Ғафури торған кеүек. Бөйөк шағир үҙе үлһә лә, Рухы йәшәй күңелдә. Һаман ижад итә кеүек Арымай-талмай бөгөн дә. Беҙ йәшәйбеҙ был донъяның Иң-иң матур ерендә, Ожмахтарға тиң булырлыҡ Башҡортостан илендә. Талантлы һәм шиғри рухлы Ғафуриҙар ерендә. Өмөтлө бөрөләр шыталар “Өмөтлө ҡәләм”дәрҙә. Шуларҙан үҫеп сығырҙар Ғафури кеүектәр ҙә. “Өмөтлө ҡәләм”дәрҙе Гөлнур етәкләп бара. Шуға күрә ҡәләмдәрҙең Яҡты эҙҙәре ҡала. Тағын тыуасаҡтар әле Туҡайҙар һәм Мостайҙар, Нәжмиҙәр һәм Атнабайҙар, Биишева, Бикбайҙар, Әнүрҙәр һәм Рәйләләр, Бабичтар һәм Агиштар. “Мағаш тауышы” яңғырай Ғафури ҡитғаһында. Улар ижад итәләр Олуғ шағир рухында. Ижад итәләр, яҙалар Ғафуриле сәсәндәр: Вилдандар һәм Миңтимерҙәр, Флүрә һәм дә Хәсәндәр, Фәрғәттәр һәм Фәниәләр, Алтынбикә-Фәүзиәләр. Шағирҙар яҙа шиғырын, Сәсәндәр сәсә һүҙен. Мин дә булдым әле яҙырға Уйлап ҡына һәр һүҙем. Ғафуриҙың рух шишмәһе Мәңге һайығырлыҡ түгел. Бәлки шуғалыр ҙа инде Уға тартыла күңел. Мәжит Ғафури ижады Рухландыра күптәрҙе. “Өмөт ҡәләме” күбәйҙе, “Мағаш тауышы” көрәйҙе. Беҙҙең яҡта шишмәләр күп, Таҙа һыулы бөтәһе. Иң сафы, иң шифалыһы – Ғафуриҙың Рух шишмәһе! Матди байлыҡ мәңге түгел, Кәмей ҙә ул, арта ла. Рух байлығын һатып булмай, Алып булмай аҡсаға. Шиғыр яҙып маташһам да, Мин үҙем шағир түгел. Ғафуриҙың саф рухына Тартылып тора күңел. Иҙрис ВӘЛИШИН. Яңғыҙҡайын ауылы.

Мәжит Ғафури

Еҙем-Ҡаранда тыуған

Беҙҙең халыҡ шағиры.

Аң-белемгә өйрәнгән

Мәҙрәсәнең шәкерте.

Һүҙгә бик оҫта булған,

Мәжит шиғырҙар яҙған,

Мәҫәлдәр ижад иткән,

Шағир исемен алған.

Кристина Ишмөхәмәтова.

(10 йәш).

Яугилде ауылы.
Мәртәбәгә күтәреп


Һоҡланғыс тыуған

ауылым,

Илһам шишмәһе Ҡаран.

Бер йотом һыуын

эсһәң дә,

Тамам ҡалырһың хайран.

Ауыл өҫтө нурға сумған,

Күктән һибелә йондоҙ.

Дөм ҡараңғы төндәре лә,

Әйтерһең, көпә-көндөҙ.

Күркәм ауылда төпләнгән

Күп ерҙән төрлө халыҡ.

Үҙ итеп йәшәүҙәрендә

Барҙыр ул,

барҙыр хаҡлыҡ.

Таң ҡалырлыҡ ауылда

Тыуған халыҡ шағиры.

Уға арнап ағыла,

Урғыла маҡтау йырҙары.

Еҙем-Ҡаран - Ғафури

Айырылмай бер-беренән.

Билдәлелек яуланып

Ер шарына бәйләнгән.

Йәшәйбеҙ шағирыбыҙҙы

Мәртәбәгә күтәреп.

Ижадының бөйөклөгөн

Йәш быуынға күрһәтеп.

Әсә телен өйрәнергә

Нигеҙле - төплө итеп.

Әҙиптең нәсихәттәрен

Үтәйбеҙ хөрмәт итеп.

Донъя мәшәҡәттәренә

сумып

Эш тә эш тип тормайбыҙ.

Танылған шағирыбыҙҙың

Дан эштәрен барлайбыҙ.

Флүрә Хәлилова.

Еҙем-Ҡаран ауылы.

Читайте нас: