+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 11:33

Күпер нығытыла, яңыртыла

Ике ярҙы тоташтырыусы күперҙәрҙе лә хәүеф тыуҙырмаһын өсөн ваҡытында ҡарап, ремонтлап торорға кәрәк. Юлыҡ ауылына кергән ерҙәге Еҙем йылғаһы аша һалынған күпер ҙә үҙенең тәғәйен ваҡытын үтәп, яңыртыуҙы талап итә ине. Былтыр көҙ айында ошо эшкә рөхсәт алынып, БР Юл хужалығы идаралығы ошо йүнәлеш өсөн 29,5 миллион һум аҡса биргән. Ремонт эшенә Ырымбур ҡалаһының “Уралмост” йәмғиәте тәғәйенләнеп, бөгөнгө көндә күперҙә эш ҡыҙыу бара.

Яңы күпер заманса материалдар менән ремонтланып, киңәйтелгән. Ҡыш көнө ике яҡ эргәнән терәү бағаналары ҡағылып, бетон тултырылған. Элек 6 метр киңлектә булған күпер, хәҙер 12 метр 40 сантиметрға әйләндерелгән. Ҡапма-ҡаршы килгән машиналар өсөн дә уңайлы, үткәреү өсөн көтөп тормаясаҡтар, ике яҡлы юл буласаҡ.

Күперҙең бейеклеге 8 метр булһа, оҙонлоғо 136 метрға һуҙылған. Ике яҡ башта ла юл таралып тормаһын өсөн эргәләренән нығытылып, шартына килтереп эшләгәндәр. Ремонт ваҡытында бер яҡтан икенсе яҡҡа халыҡҡа сығып йөрөү өсөн эргәһендә ваҡытлысаһы ла төҙөлөп ҡуйылған. Иҫке күпергә түшәлгән түшәм, бетон ҡатламы алынып, таҙартылған, әле гидроизоляция эшен тамамлап, яңы 7 сантиметр бейеклектә асфальт түшәү көтөлә. Күпер аҫтында махсус битлектәр кейгән егеттәр иҫке күпер торбаларын махсус ҡулайлама ярҙамында тутыҡ һәм башҡа ҡатламдан таҙарталар, һуңынан буяй ҙа баралар. Яңыны иҫке алыштыра, тигәндәй, торбалар өр-яңы төҫ ала. Бейеклекте тотоу өсөн 11 рәт терәү ҡуйылған. Ташҡын ваҡытында тығындарҙан һаҡлау өсөн торбаларҙан ҡулайлама эшләнгән. Йәйәүлеләргә сығып йөрөү өсөн дә ике яҡлап юл һалынған.

- Был күпер элек 6 тонна самаһы ауырлыҡты күтәрһә, хәҙер 10 тоннаға иҫәпләнгән. Беҙ бында сменалап, вахта ысулы менән эшләйбеҙ. Эшебеҙ күперҙең ныҡ һәм ышаныслы булыуын талап итә. Урындағы халыҡтың да ярҙамы булды, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Рәжәп улы Әбелғужинға, шулай уҡ иретеп йәбештереүсе Рәүфил Яҡшыбаевҡа рәхмәт, - ти прораб Олег Анатольевич Пехтерев.

Бындағы эште октябрь аҙағына тамамлау ҡаралған. Бер бригадала ун бер кеше эшләй. Водитель Сергей Волков, иретеп йәбештереүсе Рәшит Дупларов, монтажсы Вадим Рыжих, крансы Вячеслав Стрельников үҙ эшенең оҫталары.

Райондағы иң оҙон күперҙәрҙең береһе булған был күпер һоҡланғыс төҫ алған. Бында баҫып Мағаш та-уына, Еҙем йылғаһына ҡарап тороу ҙа күңелгә ял бирә, был яҡҡа һоҡланыу тыуҙыра. Ышаныслы, заманса күпер уңайлылыҡ булдырып ярҙарҙы ғына тоташтырып ҡалмай, йылғаның икенсе яғында урынлашҡан башҡорт ауылдарының киләсәген дә өмөтлө итә.


Читайте нас: