+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 11:43

Күрештек, осраштыҡ Ҡайынлыҡ аҡланында

Ҡотлоғужа ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы яҡташтарҙы, ҡәрҙәштәрҙе, класташтарҙы, йәштәрҙе бер ергә йыйып ҡына ҡалманы, уны күңелле итеп үткәреү өсөн балаларға төрлө уйындар ойоштороп, сауҙа үҙәктәре саҡырып, үҙҙәренең ҡортсоларының, ҡымыҙсыларының етеш-тергән тауарҙарын да һатыуға сығарып, ябай итеп әйткәндә ысын һабантуй итеп, ҙурлап Ҡайынлыҡта үткәрҙеләр. Байрамға ауыл-да йәшәүселәрҙән тыш тыуған яғын һағынып ҡайтҡан ҡунаҡтар ҙа күп йыйылғайны. Төрлө-төрлө машиналар ғына ла үҙе бер аҡлан булып йәйелгән.

Алып барыусылар Алһыу Кәримова менән Гөлнара Ғафарова байрамды асыҡ тип иғлан итеп, барыһын да сәхнә янына йыйҙы. Һәр эш бисмилланан башлана тигәндәй, ауылдаштарының иҫән-именлегенә, ил-көн тыныслығына, әруахтар рухына бағышлап Рафаэль Хөсәйенов Ҡөрьәндән аят уҡып үтте. Байрам ҡунаҡтары район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов, тыуған ауылына ашҡынып ҡайтҡан журналист Фәрит Назар улы Вахитов, күп йылдар колхоз рәйесе булып эшләгән Рим Абдулхай улы Вахитов та сәхнә түренә саҡырылып, улар үҙҙәренең ҡайнар ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. З.М.Хафизов ауыл старостаһы Марат Фәнир улы Кәримовты район Советының Маҡтау грамотаһы, БР Башлығы Р.Ф.Хәбиров Указына ярашлы, республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан булдырылған юбилей миҙалы менән Хәмзә Мөхәмәтғәни улы Мөлөковты, Миңнирәхим Вафир улы Рамазановты бүләкләне. Ауыл биләмәһе башлығы Юнир Зиннур улы Әхмәров сығыш яһап, ҡотлоғужаларҙың барыһын да матур байрамға йыйылыуҙары менән ҡотланы һәм ошо сара тейешенсә ойошторолһон өсөн бар тырышлыҡтарын һалған бер төркөм әүҙемселәргә рәхмәт әйтеп, Маҡтау ҡағыҙҙары ла тапшырып үтте.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тыуған төйәге өсөн янып-көйөп йәшәүсе ауыл старостаһы Марат Кәримов ауылдаштарына: “Бөгөн барыбыҙ ҙа шатланып байрамға йыйылғанбыҙ. Ҡасандыр гөрләп торған күмәк хужалыҡтың малсылыҡ тармағында эшләгән, әле лә матур итеп йәшәп ятҡан Тәнзилә Рәхмәтуллина, Рәмилә Сәғитова, Мәзғүрә Мөлөкова, Гөлшафиға Ғәббәсова, Тәнзилә Нафиҡова, Асия Кәримова, Наилә Маннанова, Хәмзә Мөлөков, Винер Әхмәтшин, Әнүәр Рамазанов, Зөфәр Абдрахманов, Рәис Рамазанов, Фәнир Ғәббәсов, Әнәс Сәғитовты атап үтке килә. Шулай уҡ ауылды тәртиптә тоторға ярҙам итеүсе, өмәләрҙән ҡалмаусы Рәйфә Рамазанова, Рима Әхмәтшина, Фәймә Бәҙретдинова, Фәнилә Вәлиева, Наил Рамазанов, Зөфәр Шәрәфетдинов маҡтауға лайыҡ. Байрамды нисек үткәреү тураһында үҙҙәренең тәҡдимдәре менән бик күп шылтыратыуҙар булды, ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт. Ауылыбыҙ киләсәктә лә гөрләп торһон, атай нигеҙҙәре һыуынмаһын, - тип сығыш яһаны һәм бер нисә йыр бүләк итте.

Байрамда оҙон ғүмер юлы үтеп, тормош ауырлыҡтары менән көрәшә-көрәшә 90-дың аръяғына атлаған “Ауылдың иң өлкән кешеһе” Ямал Нафиҡова, “Ауылдың иң кесе гражданы” Алина Халиҡова, “Ҡәйнә менән килен” номинацияһында Гөлнара Ғафарова, “Иң йәш ғаилә” Алина менән Илшат Ғәлиевтар, “Тыуған нигеҙ утын һаҡлаусы” ғаилә тип биш бала үҫтереп, матур донъя ҡороп йәшәп ятыусы Рита менән Ришат Нафиҡовтар, “Яңы өй һалыусы” ғаиләләр Эльвира менән Таһир Сабитовтар, Гүзәл менән Ринат Сәфәрғәлиевтар аталды. “Өлгөлө йорт” номинацияһында ауыл урамына йәм биреп, күрше-тирәгә өлгө булып торған Нәжибә менән Салауат Хәмзиндар, Тәнзилә менән Радик Әбдрәшитовтар, Ринат Рамазановтың йорто күрһәтелһә, “Иң күп мал тотоусы” тип ауылда егәрле ғаиләләрҙең береһе - Гөлназ менән Марат Кәримовтар, “Өлгөлө ғаилә”лә Рәсимә менән Рауил

Әбдрәшитовтар, “Ярҙамсыл кеше” номинацияһында һәр ваҡыт ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙған Мөхтәр Фәүәрис улы Ғафаров, ауылда үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Ләлә Ғәббәсова, йәш килен Азалия Ғафарова билдәләнеп, уларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Тормоштоң ауыр осорҙарын кисергән, ас-яланғас булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауылда колхоз эшендә ал-ял белмәй көс һалған 80 йәштәре тулған һәм унан да өлкәнерәк оло быуын кешеләрен ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе Рәдиф Халиҡов ҡотлап, уларға матур бүләктәр таратты. Шулай уҡ 70 йәшкә аяҡ баҫыусы ауылдың сәхнә йондоҙо булған ветерандары Лизия Хөсәйенова һәм Гөлшафиға Ғәббәсова ла бүләкләнеп, ҙур шатлыҡ кисерҙеләр.

Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң кискә тиклем әллә ҡайҙарға таралған йыр-моң ҡотлоғужаларҙың талантлы халыҡ икәнен күрһәтеп торҙо. Был көндө һәр өйҙән бейемәгән, йырламаған кеше ҡалмағандыр. Ауыл старостаһынан алып, ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдаштар, һәләтле балалар, баянда уйнаусы Айҙар һәм Зөфәр Ғайсаровтар сәхнәне йәмләне. Уларҙың һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ ине. Күрше Игенйылға ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының йырлы сығыштары ла барыһының күңеленә хуш килде. Әллә нисә сәғәттәр буйы сараны матур итеп алып барыусыларға ла барыһы ла рәхмәтле булды.

Балыҡ тотоу, күҙҙе бәйләп бүләк ҡырҡып алыу, тоҡ кейеп, көйәнтә аҫып йүгереү, тоҡ менән бәрешеү кеүек төрлө уйындарҙа ҡатнашыусы олоһо-кесеһе бүләк алып та, көлөп тә байрамда ҡыуаныс кисерҙе.

Байрамда бер кем дә һыуһап, асығып йөрөмәне. Тирмә ҡороп та, япма аҫтында ла, бер нисә урам бергә берләшеп тә өс оҙон өҫтәл ҡуйылып, һәр кем килеп самауыр сәйе эсеп, тәм-том менән һыйланырлыҡ булды. Рәйсә менән Зөлфиә Ниғмәтуллиналар бешергән тәмле былау ҙа, Флүзә Әхмәрова менән Айгөл Әхмәтшинаның ашы ла телде йоторлоҡ булды.

Тыуған тупрағының ризығын тәмләп, саф һауаһын һулап, шифалы һыуын эсеп үҫкән һәр кем ауылына рәхмәтле булып, шатланып таралышты. Ә инде көндөң матур тороуына: “Беҙҙә насар кешеләр йәшәмәй, шуға Хоҙай көнөн дә бирә”, тип шаяртты ҡотлоғужалар. Киләсәктә лә ҡотло ауылдың ҡот-бәрәкәте китмәһен, балалар тауышы тынмаһын, барыһы ла ҡыуаныс-ризалыҡта ғүмер итһен.


Читайте нас: