+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 11:38

“Урожай”ҙар мал аҙығы әҙерләй

Йәй айының аяҙ бер көнө йылды туйҙырғанын “Урожай” крәҫтиән хужалығы эшсәндәре яҡшы аңлай. Улар йылдың-йылы етерлек аҙыҡ запасы әҙерләп, ҡышты тыныс күңел менән ҡаршылай.

Иркен баҫыу яланының бер осонан икенсе яғына туҡтап та тормай ҡыҙыу йөрөгән техникаларҙың нисек эшләгәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Улар сенаж әҙерләү менән мәшғүл. Бер йыллыҡ ҡатнаш массаны сапҡыстар тағылған ике “Белорус”та Урал Йәғәфәров менән Нәзир Шәрипов сабып барһа, Вячеслав Баранов “Полесье” комбайнында ваҡланған йәшел массаны бер-береһен өҙлөкһөҙ алыштырып торған “КамАЗ” дарға тейәй бара. Тамсыһын әрәм-шәрәм итмәй, эштәрен еренә еткереп башҡарған егеттәр үҙ эштәренән ҡәнәғәт. Оҙаҡ йылдар ҡеүәтле “КамАЗ”ды йүгәнләгән Флүр Насретдинов өсөн был баҫыуҙарҙы иңләп йөрөү үҙе бер ҡыуаныс. Ә инде әҙер сенаж Байымбәт ауылы фермаһындағы махсус соҡорға килтерелеп бушатылғас, “Т-130” тракторында Вилүр Ғайсаров, “Т-150”лә Рифҡәт Кәримов тапатып, тейешле шартына килтереп ҡуялар.

“Урожай”ҙар Березовка фермаһы эргәһендәге 1500 тонна һыйҙырышлы һәм Яугилде ауылындағы сенаж соҡорон тултырып ябып ҡуйғандар ҙа инде. Эштәр ошолай дәррәү барһа, бер нисә көндән быныһын да тултырып ҡуйырға уйлайҙар. Бесән дә әҙерләйҙәр, күпселеге өйөлөп ҡуйылған да инде. Егеттәр эшкә етди ҡарағас, эш тә ырамлы бара.

Йәй ғүмере ҡыҫҡа, тигәндәй, дөйөм тырышлыҡ менән ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығының күпселек өлөшөн әҙерләгән “Урожай” КХ-һына афариндар тиергә генә ҡала.


Читайте нас: